+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 15:00

Яңы магазин асылды

Күптән түгел Ерек ауылында асылған аҙыҡ-түлек магазинында халыҡ һәр ваҡыт күп була.

Магазин хужаһы эшҡыуар Илшат Ғөбәйҙулла улы Зәйнетдинов әйтеүенсә, оҙаҡламай бында хужалыҡ, төҙөлөш тауарҙары бүлеге лә эшләй башлаясаҡ. Әлегә аҙыҡ-түлек, бер аҙ көнкүреш тауарҙары һатылған магазинда һатыусылар Рима Сәфиуллина менән Рәйлә Мөхәмәтйәнова, тауарҙарҙы тейәүсе Данис Сәфиуллин халыҡты хеҙмәтләндерә. Магазиндың ассортименты бик бай: кондитер, икмәк-ҡалас изделиеларының, ит-һөт ризыҡтарының, йәшелсә-емештең ниндәйе генә юҡ! Бында тоҡлап он, шәкәр, ҡатнаш аҙыҡ, иген дә һатыла. Тауарҙарҙың төрлөлөгөн, сифатлы булыуын хәстәрләү, документтар менән эште алып барыу Илшат Ғөбәйҙулла улының тормош иптәше Нурия Дамир ҡыҙы иңендә.
Зәйнетдиновтар аҙыҡ-түлекте Өфө, Стәрлетамаҡ һәм башҡа ҡалаларҙан алып ҡайта, тәьмин итеүселәр үҙҙәре лә килтерә. Район етештереүселәре менән күберәк эшләргә тырышалар. Юлыҡ ауылынан “Хәләл” кооперативының ит ярымфабрикаттары, "ШЭ Фәйзуллин", "ШЭ Фомин" икмәкханаларының икмәк-бәлештәре халыҡта ҙур һорау менән файҙалана, тиҙәр һатыусылар.
Әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып, тирә-яҡты йәмләп ултырған иркен, яҡты магазиндан ауыл халҡы ғына түгел, юлсылар ҙа бик ҡәнәғәт.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.
Читайте нас: