+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 17:25

Ҡыш бабайҙар конкурсы була

“Супер Ҡыш бабай - 2020” район конкурсы Яңы 2020 йылды байрам итеү айҡанлы әҙерләнгән саралар сигендә һәләтле райондаштарҙы асыҡлап, дәртләндереү маҡсатында “Мәҙәниәт бүлеге” МБУ-һы тарафынан ойошторола.

Конкурс заманса һәм традицион һәүәҫкәр ижадты һаҡлау һәм үҫтереүҙе, Яңы йыл байрамының төп кәүҙәләнеше булған Ҡыш бабай, Ҡарһылыу образдарын популярлаштырыуҙы, байрам мөхите булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Ҡыш бабайҙар парады 10 декабрҙә 15.00 сәғәттә район хакимиәте алдындағы майҙанда үтә. Йыйылыу урыны - 14.00 сәғәттә Красноусол башҡорт гимназия-интернаты эргәһендә.
Конкурс Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм Яңы йылдың иң үҙенсәлекле костюмы; “Маленькой ёлочке холодно зимой” йырын иң оҫта башҡарыусы Ҡарһылыу; “Барыня” бейеүен иң оҫта башҡарған Ҡыш бабай; Яңы йыл костюмында 2020 һандарын иң ҡыҙыҡлы сағылдырыу номинацияларынан һәм Ҡыш бабайҙарҙың дөйөм фейервергынан тора (үҙең менән ҡағыҙ фейерверк алып килергә).
Еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар менән бүләкләнә.
Ҡатнашырға заявкалар Красноусол ауылы, Коммунистик урамы, 14/1-се йорт адресы буйынса ҡабул ителә, телефон: 8(34740) 2-12-48, электрон адрес: [email protected].
Читайте нас: