-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 08:24

Юбилярҙы ҡотлап

Ошо көндәрҙә Красноусол ауылында йәшәүсе тәжрибәле водителдәрҙең береһе Александр Леонидович Колпащиковҡа 90 йәш тулды.

Уның хеҙмәт юлы 1946 йылда 17 йәштән үк башлана. Ә инде бала саҡ һәм йәшлек йылдары ауыр тормош осорона тура килгәнлектән һуғышҡа киткән атай-олатайҙары өсөн көн-төн эшләгән егеттең хеҙмәт кенәгәһенә теркәлмәгән эштәре иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Тыныс тормошта Әзербайджанда хеҙмәт юлы үтеп, һуңынан Салауат ҡалаһында индустриаль техникум тамамлай. Иң тәүҙә ФЗО-ла, һуңынан АТП-ла йөк машинаһында шофер була, “тимер атты” оҫта йүгәнләгән водителде 1966 йылда автобусҡа ултырталар һәм 1994 йылда 65 йәше тулғансы ошо эштә намыҫлы эшләй, йәштәргә өлгө булып тора.
Күркәм юбилейы уңайынан район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова, “Башавтотранс” ДУП-ы филиалы Красноусол АТП-һы директоры Анатолий Иванович Гребнев, элекке хеҙмәттәштәре П.Петров, В.Плеско өйөнә барып ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы, эшләгән йылдарын яҡты хәтирәләр менән көлөшөп иҫкә төшөрҙөләр.
Бөгөнгө көндә хеҙмәт ветераны тормош иптәше Раиса Сергеевна менән бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Улар Сергей һәм Андрей исемле улдар үҫтереп, бер ейән, өс ейәнсәргә олатай-өләсәй ҙә. Һоҡланғыс хеҙмәт юлы үткән ветеранға ҡоростай һаулыҡ, һөйөнөстәр юлдаш булһын.
Ә.РАМАЗАНОВА.
Читайте нас: