+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Декабрь 2019, 18:20

Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була

Халҡыбыҙҙа “Йола тотҡан –яҙлыҡмаҫ!” тигән бик тапҡыр мәҡәл бар. Йола тотҡандар, тимәк, ата-бабалар нигеҙ һалған көнитмеш ҡағиҙәләренән, милли асылдан, имандан яҙмаҫ, тигәнде аңлатыр был аҡыл. Һуңғы йылдарҙа был аҡылды һанлаусылар ишәйә. Беҙ ғәҙәтләнгән бер нисә бөртөк кенә түгел, бик күп башҡа йолалар тергеҙелә.

Ошо көндәрҙә Красноусол ауылында йәшәүсе Рима һәм Миңлеғариф Зәйнуллиндар Ҡаҙ өмәһе үткәрҙе. Көҙгө муллыҡ байрамына Рима апайҙың Сәйетбаба ауылынан туғандары, яҡындары килгәйне. Район үҙәгенән ер алып, ҙур йорт һалып Себер тарафтарынан ҡайтып төпләнгән Зәйнуллиндар быйыл шәхси хужалыҡтарында 40 тауыҡ, 20 өйрәк, 12 ҡаҙ аҫраған. Хужа кеше Миңлеғариф ағай Миәкә районы Өршәк ауылында тыуып үҫкән. Оҙаҡ йылдар Себерҙә эшләгән, әле хаҡлы ялда. Рима Сәхиулла ҡыҙын районда белмәгән кеше һирәктер. Элек мәҙәниәт өлкәһендә лә эшләгән Рима апай “Хазина” төркөмөнөң хазинаһы, Ғафури халыҡ театрының һәүәҫкәр актрисаһы, бар мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнаусы ла.
Аллы-гөллө кейеҙ-балаҫтар эленгән ҡапҡа алдында район мәҙәниәт һарайының “Хазина” фольклор ансамбле ағзалары, йырсылар Хызыр Нәзиров, Фәнзил Ғәлин, баянсы Наил Вәлиев дәртле йыр-бейеүҙәр, милли ризыҡтар менән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, социаль һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Эльвира Насирова, Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе Әлфиә Хәбированы ҡаршы алғас, хужалар ҡунаҡтарҙы йортҡа саҡырҙы. Ир-егеттәр ҡаҙҙарҙы салып индереп торҙо, ҡатын-ҡыҙҙар уларҙы йолҡоп, еренә еткереп эшкәртеп тә ҡуйҙы. Шунан иһә йырлап-бейеп ҡаҙҙарҙы Төлкәҫ йылғаһына йыуырға алып барҙылар. Ҡаҙ өмәһе ошо йолаға бәйле ғөрөф-ғәҙәттәрҙе башҡарып, күркәм үтте.
Г.СИРАЕВА.
Читайте нас: