Ул балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән Богдан Рәхмәтуллин һәм Ирина Садиҡоваға арналды. Сараны тәрбиәсе Эльмира Ғәлиуллина, тәрбиәсе ярҙамсыһы Зөлфиә Килмөхәмәтова һәм Ибраһим ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Алина Әбделмәнова ойошторҙо.
Балалар тәрбиәселәр ярҙамында үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен тапшырҙылар һәм йыр-бейеүҙәрен бүләк иттеләр. Байрамға Римма Садиҡова ла буш килмәгән ине, балаларға таратҡан тәмле-тәмле күстәнәстәре бик оҡшаны. Ирина балалар менән бергә уйнап, күңеле булып ҡайтып китте. Балалар Яңы йыл кисәһенә лә Иринаны саҡырып ҡалдылар.
Юлиә МОФАЗЗАЛОВА.
Ибраһим ауылы.