+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Декабрь 2019, 17:00

Уңышлы эшкә нигеҙ бар

“Урожай” КХ-һының Березовка фермаһы һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшеп эшләүсе коллективтарҙан һанала. Бында 175 баш һыйыр, 38 ат аҫрала.

Фермала үҙ эшенә бирелгән дүрт һауынсы - Наталья Фәхретдинова, Вәсилә Хажимөхәмәтова, Елена Лепенко, Розалия Шәрипова иртәнге алтынан көнөнә ике тапҡыр һыйырҙарҙы һауып, “һөт шишмәһен” тулыландыралар. Өс мал ҡараусы – Рифҡәт Фәхретдинов, Наил Хажимөхәмәтов, Винер Фәхретдинов, таналарҙы ҡараусы Александр Лепенко, ат ҡараусы Радик Бәхтийәров үҙ эшендә тырышып эшләй.
- Малдар ҡышты көр сыҡһын өсөн сенаж, бесән, һалам етерлек әҙерләнде. Әле күп һыйырҙар һыуалып тора, күпселек декабрь, ғинуар айҙарында быҙаулай башлаясаҡтар. Быға тиклем һөттө Бөрө һөт комбинатынан килеп алалар ине, хәҙер Еҙем-Ҡаран һөт ҡабул итеү пункты менән килешеү төҙөгәнбеҙ. Һауыу һөт үткәргес аша башҡарыла. Коллективта һәр кем үҙ эшен белеп, намыҫ менән үтәй, - ти ферма мөдире Фәнис Фәхретдинов.
Ул үҙе сентябрь айында Өфөлә “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат-спорт турнирында “Странник” аты менән ҡатнашырға йөрьәт иткән мал йәнле кеше. Үҙ хужалығында ла ҡура тултырып мал аҫрай. 8 йәшлек сабыш атынан тыш, тағы ла 5 ат тота.
Һыйырҙың һөтө – телендә, тиҙәр бит. Ашарға аҙыҡ мул булғас, һыйырҙар ҙа мул һөттән өҙмәҫ, моғайын. Ошо эштә 30 йылға яҡын хеҙмәт тәжрибәһе булған Наталья Фәхретдинова кеүек уңғандар эшләгәндә, хужалыҡтың киләсәге өмөтлө. Бында һәр эшсе тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә була.
Березовка фермаһында малдарҙы уңышлы, көр ҡышлатыуға тулы нигеҙ бар. Йылды матур күрһәткестәр менән тамамлап, киләһе йылда ла уңышлы эшләргә яҙһын уларға.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: