+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Декабрь 2019, 16:00

“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!”

Кисә Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә “Аҡмулла вариҫтары” тигән исем аҫтында мәғрифәтсе М.Аҡмулланың шиғырҙар тасуири уҡыусыларҙың конкурсы үтте. Шиғриәт бәйгеһе яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың 188 йыллығы һәм Башҡорт теле көнөнә арналды. Ҡауарҙы, Үзбәк, Сәйетбаба, Йөҙимән, Красноусолдағы 2-се мәктәптән, Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан барлығы ике тиҫтәнән ашыу уҡыусы М.Аҡмулланың шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Йөҙимән мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Эльвина Садиҡова, 5-7-се кластар араһында Н.Мәжитов исемендәге Красно-усол башҡорт гимназия-интернатының 7-се класс уҡыусыһы Алһыу Әбделмәнова, 8-9-сы кластар араһында Сәйетбаба мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Юлдаш Байбулдин (думбырала уйнап “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын ҡобайыр рәүешендә уҡыны) 1-се урын яуланы. 7-се класс уҡыусылары Филүзә Башарова (Үзбәк мәктәбе), Эмиль Ғәбдиев (Йөҙимән), Регина Хажиәхмәтова (КБГИ, 9-сы кл.), Эльвина Йәрмөхәмәтова (2-се мәктәп, 8-се кл.) – 2-се, Илшат Ҡотов (КБГИ, 5-се кл.), Рәмзил Кинйәбулатов (КБГИ, 6-сы кл.), Инсаф Ҡыҙрасов (Йөҙимән, 6-сы кл.), Үзбәк мәктәбенең 5, 9-сы класс уҡыусылары Гөлнур Ғәлимова, Ынйы Шәрипова 3-сө урындарға лайыҡ булды. Нәркәс Хажиәхмәтова (КБГИ, 6-сы кл.) – “Өмөт”, Надежда Родионова (Ҡауарҙы мәктәбе, 7-се кл.) – “Актерлыҡ һәләте”, Нәркәс Саттарова (Йөҙимән, 5-се кл.) – “Иң яҡшы яттан белеүсе”, Розалия Зәйнетдинова (Йөҙимән, 6-сы кл.) -“Иң оҫта башҡарыусы”, Айгиз Байбулдин (Сәйетбаба, 8-се кл.) “Телһөйәрлек” номинацияларында билдәләнде.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: