-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Декабрь 2019, 16:15

Яңы йыл яҡынлаша Районда төп шыршы асылды

Яңы йыл сараһы үтәсәк майҙансыҡты матур итеп биҙәлгән йәшел шыршыһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ул байрамға килеүселәрҙе үҙенә йәлеп итеп, иң башында янған йондоҙсоғон балҡытып, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып ултыра. Ә инде күккә олғашып торған ҙур шыршының майҙансыҡ уртаһында ҡалҡып сығыуы байрам яҡынлашыуын да иҫкә төшөрә.

Шишәмбе көнө Красноусол ауылының район хакимиәте алдындағы майҙанда шыршы асыу тантанаһы үтте. Балаларҙың ҡупшы кейенгән йәшел шыршыны өҙөлөп һағынғандары күренеп тора, йыр яңғырау менән ҡулға-ҡул тотоношоп, уны уратып та баҫтылар. Алып барыусылар Фәнзил Ғәлин менән Гөлназ Мирхәйҙәрова ошо сара уңайынан матур итеп биҙәлгән сәхнәгә Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Дамир Ҡунафинды саҡырҙы. Дамир Венер улы яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән барыһын да ҡотлап, әлегә боҙ майҙансығы төҙөлөп бөтмәһә лә, оҙаҡламай бында боҙ ҡаласығы буласағын әйтеп үтте.
Артабан майҙанда Балалар ижады үҙәге, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән уйын-көлкө, күңелле тамашалар булды. Төрлө әкиәт геройҙары менән балалар рәхәтләнеп күңел асты, йырланы, арҡан тартышыу, тоҡ кейеп уҙышыу кеүек ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашып кинәнес кисерҙеләр. Байрамдың төп геройҙары Ҡарһылыу һәм Ҡыш бабай менән шыршы уратып бейенеләр, күңел астылар, Ҡыш бабай таратҡан татлы күстәнәстәр менән һыйландылар.
Балалар шыршы янында күмәкләп уның яныуын һорағас ҡына ул балҡып янып бар тирә-яҡҡа төрлө төҫтәге сағыу нурҙарын һипте.
Майҙанға йыйылыусылар үҙ йырсыларыбыҙ Гөлфирә Бәширова, Фәнзил Ғәлин, Земфира Ғафарова, Ҡадир Ишбулдиндың моңло йырҙарын тыңлап кинәнде.
Кемдер тиҙерәк шыршы янында фотоға төшөп ҡалырға ла ашыҡты. Күптәр яңы барлыҡҡа килгән спорт-ял итеү комплексында уйнап кинәнде. Майҙан күңелле йыр-моң, балаларҙың шат тауыштарынан яңғырап торҙо.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: