+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Декабрь 2019, 12:05

Баш автоинспекторҙың эш сәфәре

13 декабрҙә БР Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов беҙҙең районда эш сәфәре менән булып китте.

Башта Динар Заһит улы район Юл төҙөү-ремонтлау идаралығында булып, предприятие етәкселеге һәм коллектив менән осрашты. Коллективты республика юлдарындағы енәйәтселек менән көрәш, хоҡуҡ боҙоуҙар, шулай уҡ имгәнеүҙәр хаҡында мәғлүмәт менән таныштырҙы. Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшселәре юлдарҙағы хәүефһеҙлектең тап уларҙың эштәрҙе сифатлы атҡарыуынан тороуын яҡшы аңлап эш итеүе билдәләнде. Хеҙмәткәрҙәр менән дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү, шул иҫәптән электрон портал аша мөрәжәғәт итеүгә бәйле мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшерҙеләр.
Артабан баш дәүләт инспекторы район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов һәм район эске эштәр бүлегендә личный состав менән осрашты, ошонда уҡ шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итеү уҙғарҙы. Динар Заһит улы республика юлдарындағы хәл-торош менән таныштырҙы. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына туҡталып, уға ярашлы, республика юлдарында фото-видеокамералар һаны арта барыуын (550 комплекс ҡуйылған, киләһе йылдың 1 майына уларҙың һанын бер меңгә еткерергә уйлайҙар), киләһе йылдан район үҙәктәрендә тротуарҙар, яһалма тигеҙһеҙлектәр урынлаштырыу мәсьәләһен бәйән итте. Быны республика юлдарында юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы йәйәүлеләрҙе бәрҙереү факттарының артыуы менән аңлатты. Ағымдағы йылдың 11 айы һөҙөмтәләре буйынса 1143 йәйәүлене бәрҙергәндәр, шуның 109-ы
ваҡиға урынында һәләк булған, 1071 кеше имгәнгән. Юл-транспорт ваҡиғаларында 434 кешенең ғүмере өҙөлгән. Рәсәй Федерацияһында юл-транспорт ваҡытында һәләк булыусылар иҫәбе буйынса рес-публика өсөнсө урынды биләй. Ҡалаларҙа ғына түгел, район үҙәгендә лә транспорттың, йәйәүлеләрҙең күплеген иҫәпкә алып, хәүефһеҙлек йәһәтенән светофорҙар урынлаштырыу мәсьәләһенә туҡталып, Динар Заһит улы Красноусолда светофор урынлаштырыуҙы яйға һалған район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улын маҡтап үтте. “Бындай заманса светофорҙар ҡалаларҙа юҡ әле. Водителдәр ҙә, йәйәүлеләр ҙә таймер алдында көтөп торалар, бик матур, уңайлы, хәүефһеҙ”, тине ул урында үҙе күргәндәре менән уртаҡлашып. Иң күп һәләкәттәрҙә тиҙлекте арттырыу, эскән килеш руль артына ултырыу сәбәпсе. 2006 йылда руль артына иҫерек хәлдә ултырған 70 мең водителде асыҡлаһаҡ, былтыр был һан – 27 мең, быйыл иһә 17 мең булды. Кәмеүҙең сәбәбе, әлбиттә, беҙ әҙерәк эшләйбеҙ, тигәнде аңлатмай, ә был рейдтарҙы, профилактик сараларҙы күберәк уҙғарыуҙың һөҙөмтәһе. Д.Ғилметдинов шулай уҡ милли проект буйынса ЮХХДИ-ның матди-техник базаһы – патруль автомобилдәре (32 алынған, киләһе йылда ла бүленәсәк), заманса ҡорамалдар, беренсе ярҙам күрһәтеү аптечкалары (бөтөн ЮХХДИ инспекторҙарын беренсе ярҙам күрһәтеүгә уҡытасаҡтар) менән тулыландырылыуын, киләсәктә юл-патруль автомашиналары компьютерҙар, һәр бер инспектор персональ планшеттар менән тәьмин ителәсәген билдәләне.
Эске эштәр министрлығы вәкиле Динар Ғилметдинов өс кешене ҡабул итте. Ҡабул итеүҙә шулай уҡ район эске эштәр бүлеге һәм ЮХХДИ начальниктары Ильяс Рәхмәтуллин менән Альберт Борханов ҡатнашты. Барыһы ла үҙҙәрен борсоған һорауҙарға шундуҡ яуап алды.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: