Вилдан Әйүп улы – ғәжәйеп шәхес. Яугир. Әүҙем йәмәғәтсе. Публицист (көн ҡаҙағына һуҡҡан, уҡымлы мәҡәләләре өсөн “Табын” район гәзитенең Н.Фәрхшатов исемендәге премияһына 4 тапҡыр лайыҡ булыуы ғына ни тора!). Ир-уҙаман. Өлгөлө ғаилә башлығы. Һәм, ниһайәт, Шағир. Шиғырҙарын туплап, һуңғы тиҫтә йылдарҙа үҙ иҫәбенә егермеләп китап баҫтырып та хайран итте ул.
Тап ошо шағирлығына баҫым яһап, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Район мәҙәниәт һарайында әҙәби кисә үткәрергә ниәтләгәйне. Әммә оло кеше үҙе килә алмаясағын белгәс, осрашыуҙы уның фатирына “күсерҙеләр”.
Вилдан бабай менән Хәфиҙә инәй, һәр ваҡыттағыса, килеүселәргә шат булып, ихлас ҡаршыланылар. Рәмил Ҡотдосовтың аһәңле ҡурай моңдары, Рәмил Сәйфуллин башҡарыуында моңло башҡорт оҙон көйҙәре йорт хужалары үткән борма-борма оҙон ғүмер юлдарын байҡатҡандай булды. Ә инде Вилдан бабайҙың ауылдашы, Ғафури халыҡ театрының халыҡ артисы Флүрә Садиҡова шағирҙың “Оноторлоҡ түгел”, “Бураҙна”, “Әсәйемдең төҫө” шиғырҙарын йөрәккә үтерлек итеп уҡығанда тыныс ҡалыу мөмкин түгел ине. Китапханасы Вәсилә Әбделмәнова иһә “Сәскәләр йылмайһын” шиғырын ятҡа һөйләп, авторҙың тәбиғәткә һаҡсыл булырға өндәүен еткерҙе.
- Һеҙҙең шиғырҙарҙы уҡып, һәр кем уларҙа күңеленә яҡын хистәр таба, уларға битараф ҡалыу мөмкин түгел, - тине осрашыуҙы ойоштороусы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәйтүнә Зәйнешева.
- Бындай шиғырҙарҙы үҙ төйәгенең ысын патриоты ғына ижад итә ала, - тип өҫтәне район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова. – Республикала ветерандар советтары 1987 йылда ойошторолдо. Вилдан Әйүп улы ошо хәрәкәттең шишмә башында тороусыларҙың, иң әүҙем эшләгәндәрҙең береһе. Ул бөгөн дә беҙҙең менән бер сафта. Әле күптәр пенсияға сыға ла, ярҙам, аҡса һорап йөрөй башлай. Шәрипов ағай иһә үҙ аҡсаһына 21 китап сығарҙы. Был күп нәмә тураһында һөйләй.
Вилдан бабай ҡунаҡтарға автограф менән китаптарын бүләк итте, бергәләп фотоға төштө.
- Тормош шул тиклем матур. Минең әле лә йәшәгәндән йәшәгем килә. Йәшәйеш шулай ҡоролған: кеше үлергә теләргә тейеш түгел. Иҫ киткес аслыҡ, юҡсыллыҡ, емереклек осорҙарында ла төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тырыштым, гел яҡшыға ышанып йәшәнем. Тормошто йәмһеҙләргә тырышыусылар, насарлыҡ ҡына күреүселәр бар. Ундайҙар менән мин юлдаш түгел, - тине аҡһаҡал бөгөнгө тормош-йәшәйеш хаҡында уйланыуҙары менән уртаҡлашып. Һәм ҡунаҡтарын: “шатландырҙығыҙ, рухымды күтәрҙегеҙ”, - тип рәхмәт әйтеп оҙатты.