+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Декабрь 2019, 12:05

Таяҡлы “акулалар” Районда скандинав йөрөшө фестивале үтте

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тиҙәр. Ысынлап та сәләмәт тормош алып барған, һаулығына битараф булмағандар һәр саҡ нимәгәлер өлгәшә, әүҙемдәр, йөҙҙәре лә шат була. Әммә пенсияға сығыу менән ололарҙы үҙ-үҙенә бикләнеү, төрлө ауырыуҙарға баҙап ҡалыу, төшөнкөлөккә бирелеү, яңғыҙлыҡ кеүек тойғолар ҙа урап үтмәй. Ололарҙың йәшәү рәүешен генә түгел, һаулыҡтарын да нығытыу маҡсатында районыбыҙҙың “Изгелек шишмәһе” социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге скандинав йөрөшөн киң йәйелдерҙе. Улар “Сәләмәт хәрәкәт” проекты сиктәрендә грантҡа инвентарҙар алып, социаль хеҙмәт-кәрҙәр етәкселегендә һәр ауылда тиерлек теләүселәр ҡулдарына пар таяҡ алған.

10 декабрҙә Красноусолдағы “Йәшлек” ял һәм спорт паркында скандинав таяҡтары менән дуҫлашып, уларҙы үҙҙәренә таяныс итеүселәр икенсе тапҡыр үткәрелеүсе “Скандинав йөрөшө акулаһы” тип аталған фестивалгә йыйылды. Ул халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге ойоштороуында һәм муниципаль район хакимиәте, спорт комитеты булышлығы менән үтте.
Скандинав йөрөшөн үҙ итеүселәрҙе иртәнге һыуыҡ һауа торошо ла ҡурҡытмаған. Район мәҙәниәт һарайы музыканттары ҡуйған дәртле көй барыһын бер ергә йыйҙы. “Изгелек шишмәһе” хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән тәмлекәстәр, эҫе сәй менән йылынып алырға ла мөмкин ине. Был фестивалгә районыбыҙҙың Красноусол, Ҡауарҙы, Мораҡ, Бурлы, Бельский, Еҙем-Ҡаран, Үтәк, Имәндәш, Ташлы, Ташбүкән ауыл советтарынан скандинав йөрөшөн яратып өлгөрөүселәр йыйылғайны.
Скандинав йөрөшө – махсус таяҡтар менән йөрөй торған физик әүҙемлек төрө. Уның үҙ методикаһы һәм техникаһы бар. Социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры ярҙамсыһы Светлана Зюлькина фестивалдә ҡатнашыусылар араһында теркәү үткәргәндән һуң, Ксения Хлескина оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. “Скандинав йөрөшө өсөн таяҡтар махсус эшләнелгән булырға тейеш. Улар саңғыныҡынан күпкә ҡыҫҡараҡ. Дөрөҫ оҙонлоҡта булмаған таяҡтар ҡулланыу быуындарға, аяҡтарға һәм арҡаға ауырлыҡ килтерергә мөмкин, шуға ла таяҡ һайлағанда кешенең буй оҙонлоғо ғына түгел, йөрөү тиҙлеге лә иҫәпкә алына”, - тине ул.
“Дүрт аяҡлы” спортсылар йәш төркөмдәренә бүленеп ярышты. Иң өлкән ҡатнашыусы Ерек ауылынан Зәбирә Сәғитоваға 77 йәш булһа, уға етә Ташбүкән ауылынан Миңлебикә Мөьминоваға - 70, Ҡотлоғужа ауылынан Тамара Нәсибуллинаға 68 йәш ине.
Финиш һыҙығы аша үтеүселәрҙе физик культура һәм спорт комитетынан Шамил Хәкимов секундомер менән билдәләп барҙы. Ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова һәр береһен дәртләндереп ҡаршы алды. Үҙ йәш төркөмөндә ҡатын-ҡыҙҙар араһында Тамара Нәсибуллина, Таңһылыу Бәхтийәрова, Рәзилә Хәбибуллина һәм Тамара Шабанова еңеүсе булһа, ир-аттарҙан Илдар Ғибаҙуллин, Фәнил Дәүләтбаев, Ғайса Кейекбаев ал бирмәне. Уларҙан бер аҙға ғына ҡалышҡан Миңлебикә Мөьминова, Рәйлә Ишмөхәмәтова, Флизә Рәхмәтуллина, Зәбирә Сәғитова, Зифа Иҫәнбаева, Алевтина Санду, Илүзә Усманова һәм Ирина Ғиззәтуллинаға икенсе-өсөнсө урындар бирелде. Еңеүселәргә Дипломдар һәм миҙалдар тапшырылды.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова фестивалгә йыйылыусыларҙы тәбрикләп, сәләмәт тормош алып барыусыларҙы район хакимиәте етәкселеге лә хуплауын, киләсәктә ошо яңыртылған паркта махсус скандинав һуҡмағы булдырырға уйлауҙарын да әйтеп үтте. “Изгелек шишмәһе” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Розалия Рахманғолова сарала ҡатнашыусыларға, уны үткәреүҙә ярҙам итеүселәргә рәхмәт әйтеп, былтыр фестивалде алтын көҙҙә, әле иһә ап-аҡ ҡышта, алдағы йылдарҙа яҙ һәм йәй миҙгелендә үткәрергә уйлауҙарын белдерҙе һәм барыһына ла һау-сәләмәт булыуҙарын теләне.
Фестивалдә ҡатнашыу-сылар лотерея уйынында ҡатнашып та приздар алып ҡыуанды. Тейешле арауыҡты скандинав таяҡтарында үткән спортсыларҙа арыу тойолмай ине, киреһенсә, икенсе һулыштары асылып, йөҙҙәре алһыуланып, дәртләнешеп күмәкләп бейеп тә алдылар.
Дауалаусы, йәшәртеүсе скандинав йөрөшө кәйефтәрҙе лә күтәрә, йөҙҙәргә нур, йылмайыу ҙа бөркә икән. Киләсәктә һаулыҡ өсөн файҙалы шөғөлдө үҙ итеүселәр ҙә артыр, моғайын.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: