-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Декабрь 2019, 13:05

Театр йылына йомғаҡ яһалды

Театр.Уйландырған, моңландырған да һин,Мин ни ҡылыр инем, йә, һинһеҙ.Һине белмәй, күрмәй йәшәһәм минБулыр инем ниндәй бәхетһеҙ.Театр – ул зауыҡлыларҙың, фекерҙәштәрҙең байрамса осрашыу майҙаны, күңел бөтәйеп, рухың байып ҡайтыр урын.

Күптән түгел Бурлы ауылы мәҙәниәт йортонда Театр йылын ябыуға арналған байрам кисәһендә тап ошо шағир һүҙҙәре яңғыраны. Сара Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнөнә тап килгәнлектән, ул район мәҙәниәт һарайынан Арина Селянина башҡарыуындағы йыр менән асылды. Барыһы ла тарихи дата уңайынан РФ Гимнын аяғүрә баҫып тыңлағандан һуң, тәүге һүҙ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтоваға бирелде. Гүзәл Зөфәр ҡыҙы сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы исеменән Рәсәй Конституцияһы көнө менән тәбрикләне һәм уҙып барған Театр йылының әһәмиәтле булыуын, районыбыҙҙа биш халыҡ театрының әүҙем эшләп килеүен билдәләп, киләсәктә лә театр коллективтарының артыуын, тамаша залдарының тамашасылар менән тулы булыуын теләне.
Гүзәл Байдәүләтова халыҡ театрҙары режиссерҙарына, бер төркөм артистарға район хакимиәтенең һәм Советының Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Халыҡ театрҙары режиссерҙары Раушания Мифтахова (А.Ғөзәйеров исемендәге Бурлы ауылы мәҙәниәт йорто), Динира Биктимерова (Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ҡараншишмә” халыҡ театры), Зәйтүнә Зәйнешева (Ғафури халыҡ театры), Рәүилә Мусина (Яңғыҙҡайын ауылы мәҙәниәт йортоноң “Мираҫ” халыҡ театры), Рәүилә Йәнтүрина (Сәйетбаба мәҙәниәт йортоноң “Аҡбейек” халыҡ театры) Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Ғафури халыҡ театры актерҙары Фәнзил Ғәлин, Хызыр Нәзиров (район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре), Ришат Уразғолов район хакимиәтенең, Азамат Абдуллин район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Артабан район мәҙәниәт бүлеге начальнигының дөйөм эштәр буйынса урынбаҫары Рәзилә Хәбибуллина һүҙ алып, бүлек етәксеһе Рәфис Аҡҡужиндың сәләмен еткерҙе һәм йәнә бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, һәүәҫкәр артистарҙы Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Иҫтәлекле бүләктәргә Ғафури халыҡ театры режиссеры Зәйтүнә Зәйнешева, Хөснә Заһиҙуллина (Сәйетбаба халыҡ театры), Наил Вәлиев, Гөлфирә Бәширова (Ғафури халыҡ театры), Фәнисә Ғәлимова (Бурлы), Рәмилә Кәримова (Яңғыҙҡайын), Рита Шаһиева, Илһам Ғиззәтуллин, Рәүилә Килмөхәмәтова (Еҙем-Ҡаран) лайыҡ булды.
Быйылғы Театр йылы ауыл мәҙәниәт йорттарында уҙғарылған сараларға бик бай булды. Спектаклдәр, профессиональ театрҙар менән осрашыуҙар, һәүәҫкәр артистарҙың бенефистары, яҙыусыларға арналған кисәләр һәр ауылда үтте. Районыбыҙҙа эшләп килгән биш халыҡ театры бер-береһе менән аралашып, кәңәшләшеп, тәжрибә уртаҡлашып, яуаплылыҡ тойоп, тырышып эшләй.
Бүләкләүҙәрҙән һуң, сәхнә түрен байрам хужалары - халыҡ театрҙары коллективтары биләп, сәхнәләштергән спектаклдәренән өҙөктәр менән сығыш яһаны. Театр йылында Сәйетбаба “Аҡбейек” драма коллективы С. Суринаның Сәйетбаба ауылының 300 йыллығына арнап яҙылған “Аласабыр менеп кил, йәнем” драмаһын (режиссеры – Р.Йәнтүрина) яңы состав менән әҙерләп күрһәтте. Бы-йыл был коллектив Әбйәлил районында үткән республика халыҡ театрҙары фестивалендә ҡатнашып, 2-се урын яулап ҡайтты. Сәйетбабалар тамашасылар хөкөмөнә тап ошо спектаклдән өҙөк тәҡдим итте. Еҙем-Ҡаран “Ҡараншишмә” халыҡ театры М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһынан (режиссеры – Д.Биктимерова) өҙөк менән сығыш яһаны. Коллектив ошо спектакль менән Балтас районында Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған “Тамаша” республика халыҡ театрҙары фестивалендә ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ булды. Яңғыҙҡайындың оҙаҡ йылдар эшләп килгән “Мираҫ” халыҡ театры тамашасылар хөкөмөнә Д.Сәлиховтың “Үтеп барышлай” (режиссеры – Р.Мусина), бурлылар Ф.Бүләковтың “Әбейҙәргә ни етмәй?” (театр йылына С.Латиповтың “Ҡоҙалар-ҡоҙасалар” комедияһын сәхнәләштергән, режиссеры – Р.Мифтахова) комедияһынан өҙөктәр сығарҙы.
Ғафури халыҡ театры иһә районда ғына түгел, республикала ла ҙур танылыу яулаған театрҙарҙың береһе. Театр йылы сиктәрендә үткәрелгән фестиваль-марафонда ҡатнашып, йылдың символы булған штандартты Ауырғазы районынан ҡабул итеп алып, Дүртөйлө районына тапшырҙы. Халыҡ театры ауырғазыларға күстәнәс итеп М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын алып барҙы. Фестивалдә лауреат исеменә лайыҡ булды. Драма коллективы йылды ябыу сараһына тамашасыларға яҡташыбыҙ Салауат Әбүзәровтың “Байраҡ аҫтында” комедияһын (режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре З.Зәйнешева) тәҡдим итте. Артистар үҙ ролдәрен тормошсан итеп башҡарҙы. Спектакль һәр кемдең күңелен әсир итте, тамашасылар артистарҙы аяғүрә баҫып алҡыштарға күмде. Кисәне Ғафури халыҡ театрының һәләтле актеры, нәфис һүҙ оҫтаһы Фәнзил Ғәлин алып барҙы.
Шулай итеп, Театр йылын йомғаҡлауға арналған матур байрам тамамланды һәм тағы ла бер йыл районыбыҙҙың тарих биттәрендә үҙ урынын алды.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: