-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Декабрь 2019, 10:00

“Байрамды лайыҡлы ҡаршылайбыҙ”

22 декабрҙә энергетика тармағы хеҙмәткәрҙәре 99-сы тапҡыр үҙҙәренең һөнәри байрамын ҡаршылай – илдә ГОЭЛРО планын ҡабул итеүгә шунса ваҡыт үткән. Районыбыҙҙы электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүгә яуап-лы ойошмаларҙың береһе – район электр селтәрҙәре коллективы Энергетиктар көнөн лайыҡлы билдәләй. Ошо уңайҙан РЭС начальнигы Марсель Рәсүл улы ҒҮМӘРОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – етәксегә:

-Беҙҙең 59 кешенән торған район электр селтәрҙәре коллективы һөнәри байрамды уңышлы ҡаршылай, йәғни йылды һәйбәт һөҙөмтәләр менән тамамлайбыҙ. Ишембай электр селтәрҙәренә ҡараған Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Ишембай РЭС-тары араһында беҙҙең Ғафури ра-йоны электр селтәрҙәре техник-иҡтисади күрһәткестәр буйынса тәүгеләр иҫәбендә килә. Беҙҙә башҡаларға ҡарағанда электр энергияһын юғалтыуҙар әҙ күләмдә. Был тәңгәлдә мастер Сәлих Сәфәрғолов етәкселегендәге электр энергияһын иҫәпләү буйынса төркөмдөң, ҙур тәжрибәгә эйә, грамоталы өлкән диспетчер Радик Солтанғоловтың башҡа диспетчерҙар менән берлектә дөрөҫ ҡарар ҡабул итеп, оператив эш итеүен билдәләп үтергә кәрәк.
Район электр селтәрҙәре коллективы 6-10 кВ-лы 548 километр, 04 кВ-лы 478 километр һауа линияларын, 371 трансформатор подстанцияһын хеҙмәтләндерә. Ағымдағы йылда халыҡты электр менән тәьмин итеүҙең сифатын яҡшыртыу йәһәтенән Игенйылға, Имәндәш ауылдарында 3,9 километр, Табын ауылында 4,2 километр арауыҡтағы һауа линиялары яңыртылып, изоляциялы сымдарға алыштырылды, Антоновка-Аҡкүл ауылдары араһындағы һауа линияһында бер урында ҡиммәтле юғары технологиялы РВН-10 һүндергес ҡоролма, Татар Саскүле, Ҡарлы, Имәндәш, Яңғыҙҡайын ауылдарында өҫтәлмә яңы трансформаторҙар урынлаштырылды. Заманса технологияларҙы үҙләштереүгә аҡса ла, ваҡыт та йәлләмәҫкә тырышып эш итәбеҙ.
Техника паркыбыҙ яңы техника менән тулыландырыла – шуныһы һөйөнөслө. Быйыл беҙгә ике автомашина бүленде: “УАЗ-399” буханка, “Шевроле-Нива”.
Коллективҡа килгәндә, берҙәм һәм татыу, эшсән хеҙмәткәрҙәрҙән тора. Араларында бар ғүмерен энергетика өлкәһенә хеҙмәт итеүгә бағышлағандар ҙа, яңы эш башлаған йәштәр ҙә, династия менән эшләүселәр ҙә бар. Хеҙмәткәрҙәребеҙ көндәлек эш менән бер рәттән төрлө конкурс-чемпионаттарҙан да ситтә ҡалмай. Быйыл республика РЭС-тары араһында уҙған интеллектуалдарҙың “БЭСК-ринг” чемпионатынан ағалы-энеле Владислав һәм Радик Сабитовтар, Радмил Хәмитов, Марсель Фәйзуллин, Родислав Калмыков, Павел Девятериков, Василий Тарасовтан торған беҙҙең электр селтәрҙәре командаһы 18 команда араһында 1-се урын менән әйләнеп ҡайтты. Династиялар менән эшләүселәрҙән: быйыл монтер булып эш башлаған 19 йәшлек Алексей Ивановтың атаһы Сергей һәм олатаһы Николай водителдәр. Элекке РЭС начальнигы, хәҙер мәрхүм Миңнур Яганшиндың улы Андрей, ҡыҙы Гүзәл, әсәле-уллы Морозовтар, Татарченколар, аталы-уллы водителдәр Геннадий һәм Василий Тарасовтар. Быйыл Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан ветерандарыбыҙ Шамил Ильяс улы Мөхәмәтйәнов менән Светлана Георгиевна Морозова юбилей миҙалдары менән бүләкләнде.
Форсаттан файҙаланып, тотош коллективты, уларҙың ғаилә ағзаларын, коллегаларҙы, хеҙмәттәре энергетика тармағы менән бәйле кешеләрҙе, шулай уҡ хөрмәтле хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙ: ирле-ҡатынлы Зилә һәм Шамил Мөхәмәтйәновтар (14 йыл РЭС начальнигы булып эшләне), Рауил Хәмзин (Ишембай РЭС-ы директоры булып эшләне, “Башкирэнерго” ветераны, хәҙер Красноусолда йәшәй, беҙҙең районға ярҙамы тос булды), Рәмил Зөбәйҙуллин, Тамара Татарченко, Светлана Морозова, Наталья Славкина, Әлфиә Назарова, Александр Щевелев, ирле-ҡатынлы Любовь һәм Рәжәп Әмировтар (Яңғыҙҡайын), Рәмил Зәйнуллин, Мәжит Сатлыҡов (Бурлы), Хәбир Аҫылбаевты (Ҡарағай) һөнәри байрамыбыҙ – Энергетиктар көнө менән ҡотлайым. Ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы уңыштар, шатлыҡ-һөйөнөстәр, байрамса кәйеф теләйем. Барығыҙҙы ла байрамыбыҙ һәм яҡынлашып килгән Яңы йыл менән!
Читайте нас: