+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Декабрь 2019, 09:10

Пенсионерҙарҙы һөйөнөслө яңылыҡтар көтә

Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан эшмәкәрлектәре менән таныштырыуын һорап район Пенсия фонды идаралығы начальнигы Наталия Михайловна ГРИГОРЬЕВАға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

-Беҙҙең 27 хеҙмәткәрҙән торған РФ Пенсия фонды дәүләт учреждениеһының Ғафури районындағы идаралығы райондағы барлыҡ пенсионерҙарҙы хеҙмәтләндерә. 1 декабргә ҡарата районда 10251 пенсионер иҫәпләнә.
Йыл һуҙымында пенсия бер нисә тапҡыр индексацияланды. Мәҫәлән, 2019 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы 7,05 процентҡа артып, ул районыбыҙҙың 9075 пенсионерына ҡағылды. 1 февралдән Федераль законға ярашлы, льготаларға һәм социаль ярҙам сараларына хоҡуғы булған 2779 пенсионерҙың айлыҡ аҡсалата түләүҙәр һәм социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы 4,3 процентҡа артты. Апрелдән районыбыҙҙа эшләүсе һәм эшләмәүсе 1210 пенсионерының пенсияһы, социаль пенсияны ла индереп, 2 процентҡа индексацияланды. Августа 2018 йылда эшләгән пенсионерҙарға, эшкә урынлашҡан ваҡытта барлыҡҡа килгән яңы пенсия коэффициенттарын иҫәпкә алып, түләүҙәр ҡабаттан иҫәпләнде. Ҡайтанан иҫәпләүҙәр һөҙөмтәһендә районыбыҙҙың 1488 пенсионерының страховка пенсияһы артты.
Ағымдағы йыл яңыса пенсия йәшенә күсеү осороноң тәүге йылы булғанлыҡтан, үҙенсәлеклелеге менән айырылды. Уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә ингән “Рәсәй Федерацияһында пенсия тәғәйенләү һәм түләү мәсьәләләре буйынса айырым ҡануниәт акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 350-ФЗ һанлы Федераль закон менән бәйле, ҡартлыҡ буйынса пенсиялар тәғәйенләү һаны кәмене.
Шуға ҡарамаҫтан, пенсия тәғәйенләүҙәр дауам итә. Элеккесә йыл һуҙымында ҡануниәткә ярашлы пенсия йәше һаҡланғандарға ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияларын алдан билдәләүҙәр ғәҙәттәге режимда барҙы, һәр ваҡыттағыса инвалидлыҡ буйынса пенсия тәғәйенләүҙәр дауам итә.
2019 йылдың 1 июленән ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияларын, шундай уҡ социаль пенсияларҙы тәғәйенләү буйынса штат режимы булдырылды. Тап ошо датанан 2019 йылдың тәүге яртыһында “иҫкесә” пенсия йәшенә етеүсе граждандар ҡартлыҡ буйынса пенсияға сыға башланы.
Быйылға ҡуйылған бурыстарҙың береһе булып ҡартлыҡ буйынса ваҡытынан алда страховка пенсияһын тәғәйенләү тейеш булған оҙайлы страховка стажына асыҡлау торҙо. 42 (ирҙәр) һәм 37 (ҡатын-ҡыҙҙар) йылдан кәм булмаған страховка стажына эйә булған кешеләргә ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы дөйөм билдәләнгән пенсия йәшенә етеүҙән 24 айға алдараҡ, әммә 60 һәм 55 йәштән (ирҙәр һәм ҡатындар) алдараҡ түгел, пенсия тәғәйенләнергә мөмкин. Шулай уҡ күп – өс һәм дүрт балалы әсәләргә лә ҡартлыҡ буйынса ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләү бурысы ҡуйылған. Ағымдағы йылда биш һәм унан күберәк бала табып тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡартлыҡ буйынса ваҡытынан алда страховка пенсияларын тәғәйенләү дауам итә.
Шулай уҡ ауылда йәшәүсе, ауыл хужалығында 30 йыл хеҙмәт стажына эйә булған пенсионерҙарҙың страховка пенсияларына билдәләнгән түләүҙәр күләменә 25 процент (1,3 мең һумға) өҫтәлмә түләүҙәр районыбыҙҙың 861 пенсионерына тәғәйенләнде.
Әсәлек капиталына килгәндә, бөгөн уның суммаһы 453 мең һумдан саҡ ҡына күберәк тәшкил итә.
Киләһе 2020 йылда ла Хөкүмәт пенсияларҙы арттырыуҙы күҙ уңында тота. Мәҫәлән, 1 ғинуарҙан эшләмәүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары 6,6 процентҡа артасаҡ. Дәүләт тәьминәтендәге пенсияларҙы 1 апрелдән 2020 йылға пенсионерҙың йәшәү минимумы үҫешенә ярашлы, 7 процентҡа индексациялау күҙаллана. 1 февралдән айлыҡ аҡсалата түләүҙәр (ЕДВ) һәм социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы 3,8 процентҡа арта. 2020 йылда ла Пенсия фонды тейешле хоҡуҡҡа эйә булып мөрәжәғәт иткән ауыл хеҙмәтсәндәренә юғары пенсия тәғәйенләүҙе дауам итәсәк. 2020 йылда Әсәлек капиталы күләмен 466,6 мең һумға еткереү планлаштырыла.
Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан барлыҡ хеҙмәттәштәремде һәм хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙҙы ҡотлайым. Эштәрендә ҙур уңыштар, ғаилә бәхете, иҫәнлек-һаулыҡ, байрамса күтәренке кәйеф теләйем.
Индира ИШКИНА яҙып алды.
Читайте нас: