+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Декабрь 2019, 10:05

Өйҙәр яҡты булһын өсөн тырышабыҙ

Энергетиктар көнөн 20 кешене берләштергән Красноусолдағы “ГИП-Электро” ЯСЙ-е территориаль электр селтәрҙәре (“Тепловодоснабжение” МУП-ынан айырылып барлыҡҡа килгән) эшсәндәре лә билдәләй. Предприятие начальнигы Виктор Александрович БЕЗОВЧУК эшмәкәрлектәре менән таныштыра:

-“ГИП-Электро” ЯСЙ-е эшмәкәрлеге дәүләт власы органдары тарафынан көйләнгән территориаль электр селтәрҙәре ойошмаһы булып тора. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – ҡулланыусыларҙы өҙөклөкһөҙ һәм сифатлы энергия менән тәьмин итеү. Энергия бүлеү селтәрҙәренә капиталь ремонт, оператив һәм техник хеҙмәтләндереү, шулай уҡ уларҙы үҫтереү, реконструкциялау һәм электр энергияһын ҡулланыусыларҙың электр установкаларын бүлеү селтәрҙәре менән тоташтырыуҙы тормошҡа ашырабыҙ. Барлыҡ эштәр өсөн подразделениеның “УАЗ” автомобилдәре менән комплектланған ике бригадаһы, “МТЗ-82” базаһында быраулау-кран машинаһы бар. Бөгөнгө көндә электр селтәрҙәренең иҫкереүе иң төп проблема булып тора. Шуға ла селтәрҙәрҙәге көсөргәнештең сифаты түбән.
Быйыл ошоно иҫәпкә алып, ике яңы мачталы трансформатор подстанцияһы (МТП) урынлаштырылды. Уның береһе – ТП-117 Фрунзе-Дуҫлыҡ, икенсе ТП-118 Новоселка-Коммунистик урамдары киҫелешендә ҡуйылды. Йәнә ошондай уҡ трансформаторҙар Пугачев, Гоголь, Пятяри урамдарында урын аласаҡ.
Гвардия урамында, Гагарин урамының бер өлөшөндә дөйөм 592 м арауыҡта һауа линияларының алюмин сымдары изоляциялыларға алыштырылды, иҫкергән ағас таяуҙар урынына 13 дана тимер-бетон СВ 95-3 таяуҙар ҡуйылды. Фрунзе урамында элекке кинотеатр янында 116 м арауыҡта, Төньяҡ урамда - 493 м, Леваневский, Крупская, Көнбайыш урамдарында дөйөм 2 км 342 м оҙонлоҡтағы 0,4 кВ-лы һауа линиялары изоляциялы сымдарға алмаштырылды. Барлығы 58 дана тимер-бетон таяуҙар ҡуйылды һәм был урамдарҙа түбән сифатлы көсөргәнеш мәсьәләһе хәл ителде. Планға ярашлы, апрелдән сентябргәсә Родина ауылындағы Көньяҡ, Үҙәк, Мәктәп, Совет, Баҡса, Тракт урамдарында дөйөм 3 км 154 м 0,4 кВ-лы һауа линиялары капиталь ремонтланып, 90 процент изоляциялы сымдарға алыштырылды. Ике трансформатор подстанцияһы яңыртылды. Шулай уҡ электр селтәрҙәрен оператив һәм техник хеҙмәтләндереү сиктәрендә ярайһы ғына эштәр башҡарылды.
Районда “ГИП-Электро” ЯСЙ-е эшләй башлағандан алып яңы Леспромхоз, Һабантуй, Йәштәр, Лубат биҫтәләре тулыһынса тиерлек электрлаштырылды, Сахалин-1, Көньяҡ-Көнбайыш биҫтәләре, Родина ауылындағы яңы биҫтәгә электрүткәргестәр һуҙыу эше дауам итә, ошо аҙнала подряд ысулы менән 2 километрҙан ашыу арауыҡта Сахалин-2 йүнәлешендә 10 кВ-лы һауа линияларын монтажлай башлап, яңы КТПК урынлаштырасаҡбыҙ. Бөгөнгө көнгә беҙҙең тарафтан 3 км 832 м оҙонлоҡта һауа линиялары төҙөлдө, 123 таяу урынлаштырылды, яңы төҙөлгән Тургенев урамында 25 "А" һанлы күп фатирлы йорт өсөн трансформатор подстанцияһы монтажланды.
Ошо айҙа подряд ысулы менән “Аҡыллы электр селтәрҙәре” программаһы сиктәрендә ҡулланылған электр энергияһын автоматик иҫәпләү приборҙарын (АСКУЭ) монтажлау эшен башлап, киләһе йылға дауам итергә уйлашабыҙ. Электр энергияһын иҫәпләү темаһына ҡағылып, ҡулланыусыларҙың иғтибарына шуны еткерге килә, “ГИП-Электро” ойошмаһы электр энергияһын ҡулланған өсөн түләүҙәр буйынса яуап бирмәй, ә уның менән БашЭлектроСбыт компанияһы (“ЭСКБ” ЯСЙ-е) шөғөлләнә.
Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан барлыҡ коллективты тәбрикләйем, ныҡлы сәләмәтлек теләйем, авариялы ут һүндереүҙәр булмаһын. Коллектив бер төптән, бик яҡшы эшләй, һәр береһе үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара, шуға ла береһен дә айырып билдәләү мөмкин түгел. Шулай уҡ байрам көнөндә коллегалар - район электр селтәрҙәре, “Тепловодоснабжение” МУП-ы, “ЭСКБ” ЯСЙ-е коллективын да ҡотлайым, эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.
Сығарылышты
Индира ИШКИНА әҙерләне.
Читайте нас: