+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Декабрь 2019, 16:50

Ҡурҡып тормай ҡаты һыуыҡтан...

Шәмбе көнө район үҙәгендә саңғы миҙгеленә башланғыс биргән саңғы ярышы үтте. Матур йола буйынса сараға районыбыҙҙың бик күп спортсылары йыйылды.

Уларҙы әсе ел дә, ҡаты һыуыҡ та ҡурҡытманы. Тәүгеләрҙән булып старт һыҙығына иң йәш саңғысылар баҫты. 2 километрға ярышҡан 2008 йылғы һәм унан бәләкәйерәк ҡыҙҙар араһында Лиа-на Сәйфетдинова - 1-се, Камила Курамшина – 2-се, Илина Гусельникова (Красноусолдағы 1-се мәктәп) 3-сө урынды, малайҙар араһында Таһир Фәхретдинов (Сәйетбаба урта мәктәбе) – 1-се, Тимур Ғәлиев (Яңғыҙҡайын урта мәктәбе) – 2-се, Ислам Мәжитов (Сәйетбаба) 3-сө урынды алды.
2006-2007 йылғы ҡыҙҙар араһында Ирина Тимофеева – 1-се, Дарья Фазылова (1-се мәктәп) – 2-се, Рузана Зәйнуллина (3-сө мәктәп) 3-сө урынға, малайҙар араһында Егор Ергунов (1-се мәктәп) – 1-се, Айҙар Рахманғолов (Сәйетбаба) – 2-се, Радмир Ниғмәтуллин (Үзбәк) 3-сө урынға лайыҡ булды. 2003-2005 йылғы ҡыҙҙар араһында Юлиә Рамаҙанова (Яңғыҙҡайын) – 1-се, Ангелина Корнева – 2-се, Земфира Баймырҙина (3-сө мәктәп) 3-сө урынды, малайҙар араһында Сыңғыҙ Иҙрисов (Сәйетбаба) – 1-се, Родион Федорищев (Яңғыҙҡайын) 2-се урынды алды. 2002 йылғы һәм унан өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар араһында Роза Дәүләтбаева (“Успех”), Римма Сергеева 2-се урынға, егеттәр араһында Георгий Афанасьев (1-се мәктәп) – 1-се, Илдус Уразғолов – 2-се, Илнур Кейекбаев 3-сө урынды, ирҙәр араһында Фаил Ғафаров – 1-се, Мөхәмәт Хисаметдинов - 2-се, Ришат Шаймарҙанов 3-сө урынды яуланы.
Еңеүселәр һәм призлы урындар алыусылар район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлегенең Маҡтау грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Читайте нас: