+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Декабрь 2019, 17:55

Йөрәк йылыбыҙ һин, инәйебеҙ

Бар тирә-яҡ ап-аҡ ҡарға күмелгән 1939 йылдың 26 декабрендә Байымбәт ауылында Хәтифә һәм Һәҙиәт Салауатовтарҙың ғаиләһендә бер ҡыҙ тыуа. Уға матур исем һайлап, Алвина тип ҡушалар. Ул - беҙҙең иң ҡәҙерле, изге, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле инәйебеҙ.

Ғаиләлә иң төпсөгө булһа ла, һуғыш осоро балаһына, бөтә тиҫтерҙәре кеүек үк, иркәләнеп, уйнап ултырырға тура килмәй. “Ашарға аҙыҡ, кейергә кейем юҡ, инәйем, ағай-апайым көнө буйы эштә. Мин бәләкәй булһам да, өйгә ҡарарға бирелгән колхоз быҙауҙарын ҡарашам. Нисек көсөм еткән икән”, - тип аптырап һөйләй ул хәҙер.
Үҫеп буй еткергән егәрле, сибәр ҡыҙҙы Яугилде ауылы егете Фәтих яусылап ала. Йәштәр шулай ауылда тормош ҡороп йәшәй башлайҙар. Атайыбыҙ Фәтих Шафиҡ улы Юлбарисов “Ленинизм” колхозында алдынғы тракторсы ла, яуаплы бригадир ҙа булып эшләне. Ҡулынан килмәгән эш юҡ ине. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде. Уны һәр береһе ихтирам итте, ауылдың абруйлы кешеһе булды. Инәйебеҙ колхозда сөгөлдөр үҫтерҙе, фермала һауынсы булып та эшләне, ҡайҙа ҡушһалар шунда өлгөрҙө. Хәҙерге матур тормошҡа ҡарап: “Тормош рәхәт, иҫән-һау йәшәргә генә ҡала”, - ти ул.
Матур, татыу ғаиләлә әсәй-атайыбыҙ 5 балаға - иң өлкәне Фирҙәүсә, улдары Фәнис, ҡыҙҙары Әлфиә, Гөлфиә, Гөлзиәгә ғүмер биргәндәр. Һәр береһенә һәйбәт тәрбиә биреп, уҡытып, башлы-күҙле иттеләр. Беҙ, балалары, һайлаған һөнәребеҙҙе әсәй-атайыбыҙ һымаҡ намыҫлы итеп башҡарабыҙ, балалар үҫтерәбеҙ. Оло ҡыҙҙары Фирҙәүсә Баҡраҡ ауылында донъя көтә, улдары Фәнис Мариинский ҡасабаһында йәшәй, ДРСУ-ла эшләп йөрөй, Әлфиә Стәрлетамаҡ ҡалаһында заводта эшләй, Гөлфиә ауылда фельдшер, кесе ҡыҙы Гөлзиә Көйөргәҙе районы Мораптал ауылында йәшәй, атҡаҙанған уҡытыусы.
Инәйебеҙ менән атайыбыҙ һоҡланғыс итеп йәшәнеләр, алтын туйҙарын да ауыл советы ололап, ҙур байрам яһап үткәрҙе. Атайыбыҙ ауырып киткәс, ҡәҙерле кешеһен инәйебеҙ һуңғы көнөнә тиклем матур итеп ҡараны, бер ҙә зарланманы.
Бәләкәй генә кәүҙәле инәйебеҙгә ҡарап, уның итәғәтле, көслө рухлы, сабыр булыуына һоҡланаһың. Әсәйебеҙ Ғәфифә Заһит ҡыҙын үҙ инәһеләй күреп, бергә сөкөрҙәшеп, матур итеп йәшәнеләр. Фәнис ағайыбыҙ Афған һуғышына барып эләккәс, берҙән-бер улының иҫән ҡайтыуын теләп күпме йәш түгеүен Аллаһы Тәғәлә генә беләлер.
Әлеге көндә инәйебеҙ үҙ йортонда матур итеп йәшәй. Үҙебеҙгә йәшәргә саҡырһаҡ та, ғүмер кисергән йортон етем итәһе килмәй уның. Аҙна һайын беребеҙ ҡайтып хәлен белеп торабыҙ. Ул беҙҙе ҡапҡа алдына сығып ҡаршы алып, тәмле-татлы аштар менән һыйлап, фатихаларын биреп, доғалар уҡып оҙатып ҡала.
Инәйебеҙҙе Яугилде ауылында кесеһе лә, олоһо ла ихтирам итә, Ҡөрьән мәжлестәренән ҡалдырмайҙар. Күршеләре лә хәлен белешеп торалар. Ауылдаштарыбыҙға мең рәхмәт! Атайыбыҙҙың һеңлеһе Мәрйәм апай менән Таһир еҙнәбеҙ ҙә инәйемде һағындыҡ тип, ҡайтып хәлен белеп китәләр. Ҡәҙерле кешебеҙҙең хәҙер 13 ейән-ейәнсәре, 12 бүлә-бүләсәре бар. Һәр береһе әсәйҙәре өсөн өҙөлөп торалар, ныҡ яраталар. Беҙ инәйебеҙҙең булыуы менән бәхетлебеҙ. Ул беҙгә яҡшы теләктәрен теләп, изге эштәргә, яңы үрҙәргә әйҙәп тора. Беҙгә, биш балаһына ғүмер биргәне өсөн мең рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ килен-кейәүҙәре, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары ла рәхмәт әйтәләр.
80 йәшлек оло байрамында инәйебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ юллап, тағы ла беҙҙе шатландырып, Хоҙай биргән ғүмерҙе күңел көрлөгөндә һөйөнөп йәшәргә яҙһын, тип теләп ҡалабыҙ.
Гөлфиә ИШМӨХӘМӘТОВА.
Читайте нас: