+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Декабрь 2019, 18:45

Яңы йыл, яңы мөсәл менән!

Көнсығыш йондоҙнамәһенә ярашлы, киләһе 2020 йыл Аҡ Ҡомаҡ билдәһе аҫтында үтәсәк. Мөсәлде башлап ебәреүсе булараҡ, Ҡомаҡ алдағы 12 йылға йүнәлеш бирә һәм ул яңы юл, яңы ҡарарҙар һәм мөмкинлектәрҙе кәүҙәләндерә. Шуға ла 2020 йыл һәр кемебеҙҙең генә түгел, илебеҙ, хатта донъя яҙмышында ҡырҡа үҙгәрештәр вәғәҙә итә.

Көнсығышта Ҡомаҡ «аҡсалы» йәнлек тип һанала һәм киләһе йыл финанс ауырлыҡтарын хәл итеү, буласаҡ муллыҡҡа нигеҙ һалыу өсөн ҡулай булыр тип өмөтләнергә була. Был йылда башланған барлыҡ эштәр, ғәмәлдәр уңышлы булыр, әммә Ҡомаҡ дыуамаллыҡты яратмай, алды-артты ҡарап эш итергә кәрәгер.
Нисек ҡаршыларға?
Ҡомаҡ – бер урынға ғына бәйле йәнлек түгел, уның йылын ҡайҙа ҡаршылаһаң да була. Ул - ғаиләсел һәм байрамда яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ, ғаиләң менән бергә булығыҙ. Ни сәбәптәндер аралар һыуынып торһа, бәхәсте Яңы йыл еткәнсе яйлағыҙ.
Ниндәй кейемдә?
Ҡытайҙа Ҡомаҡ матди етешлек, муллыҡ, егәрлелек һәм һөймәлеклелек билдәһе. Ҡомаҡ төҫтәре – алтын, зәңгәр һәм йәшел. 2020 йыл стихияһы аҡ һәм көмөшһыу металл төҫтәрен дә өҫтәй. Кейемдәр ошо төҫтәрҙә булһа, яңылышмаҫһығыҙ. Өҫ-баш «ҡысҡырып торған», сағыу булмаҫҡа тейеш: тыйнаҡ тегелеш, классик стиль килешер.
Байрам табыны
Ул «шәп!» тиерлек булһын. Был мотлаҡ һыйҙан һығылып тороуҙы аңлатмай. Иң мөһиме – өҫтәлегеҙ байрамса, биҙәлеше нәзәкәтле булһын. Сыр, сәтләүектәрҙе Ҡомаҡ яратыр. Ит, балыҡ ризыҡтары ла оҡшар. Үҙенсәлекле берәй блюдо әҙерләргә була. Металл сағылышлы һауыт-һаба ҡулланырға кәңәш ителә.
Бүләктәр
Яңы юлдар һәм башланғыстар йылын ҡаршылағанда һәр һүҙ ҙур мәғәнәгә эйә. Шуға теләктәрегеҙҙе ентекле уйлап, ҡысҡырып әйтергә, ә бүләктәрҙе тәрән мәғәнә һалып, ҡулланылырҙайын, тормошта кәрәк булырҙайын һайларға кәрәк. Ҡомаҡ бәрәшән түгел, шуға ҡыйбатлы бүләкте хупламаҫ.
Читайте нас: