+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Декабрь 2019, 16:20

Балалар пособиеһы түләүҙә үҙгәрештәр

2020 йылдың 1 ғинуарынан айлыҡ түләү тәртибенә бер аҙ үҙгәреш индерелә (2019 йылдың 2 авгусындағы ““Балалары булған ғаиләләргә айлыҡ түләү тураһында” Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында” 305-ФЗ һанлы Федераль закон)

2018 йылдың 1 ғинуарынан башлап “Балалары булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тураһында” 2017 йылдың 28 декабрендәге 418-ФЗ һанлы Федераль законға ярашлы, беренсе балаһы тыуған (уллыҡҡа алған) осраҡта ғаиләләргә айлыҡ түләү ошо түләүҙе тәғәйенләүҙе һорап мөрәжәғәт иткән йылдан алдағы йылдың II кварталында Башҡортостан Республикаһында балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы күләме ҙурлығында тәғәйенләнә.
Бынан тыш, 2020 йылдың 1 ғинуарынан айлыҡ түләү тәртибенә бер аҙ үҙгәреш индерелә (2019 йылдың 2 авгусындағы ““Балалары булған ғаиләләргә айлыҡ түләү тураһында” Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында” 305-ФЗ һанлы Федераль закон), атап әйткәндә:
Айлыҡ түләүҙе алыу хоҡуғына ғаиләлә йән башына уртаса килемдәре ошо түләүҙе һорап мөрәжәғәт иткән йылдан алдағы йылдың II кварталында Башҡортостан Республикаһында хеҙмәткә яраҡлы халыҡ өсөн билдәләнгән йәшәү минимумының икеләтә күләменән артмаған ғаиләләр эйә буласаҡ (әле айлыҡ түләү уртаса килемдәре хеҙмәткә яраҡлы халыҡ өсөн билдәләнгән йәшәү минимумының 1,5 күләменән артмаған ғаиләләргә бирелә);
-айлыҡ түләү балаға өс йәш тулғансыға тиклем тәғәйенләнә (әле ул балаға йәш ярым тулғансы тәғәйенләнә).

Иғтибар итегеҙ!

Түләүҙә үҙгәрештәр

Ата-әсәләр иғтибарына!

Беренсе балаға түләүҙе алырға була, әгәр:
! һеҙ – Рәсәй Федерацияһы гражданы булһағыҙ һәм уның биләмәһендә даими йәшәйһегеҙ икән;
! һеҙҙең беренсе балағыҙ 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң донъяға килһә (уллыҡҡа алынһа);
! бала РФ гражданы булып торһа;
! ғаиләгеҙҙең бер ағзаһына килем 20868 һумдан артмаһа;
2020 йылда айлыҡ түләү ҙурлығы – 9789 һум
2020 йылдың 1 ғинуарынан айлыҡ түләү баланың 3 йәше тулғанға тиклем тәғәйенләнә
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә:
* Халыҡҡа социаль ярҙам Республика үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһы филиалдарына (Өфө ҡалаһында филиал бүлектәрендә, адрестарын mintrud.bashkortostan.ru һәм calc.rcspn.mintrudrb.ru сайтында белергә була)
* Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктәренә (www.mfcrb.ru)
* дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталы аша электрон формала ғариза биреп (gosuslugi.bashkortostan.ru)
Нисек тәғәйенләнә?
Балаға айлыҡ пособие, күп балалы әҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ЕДК, күп балалы ғаиләләрҙең айырым категорияларына айлыҡ пособие, бер юлы ике һәм унан күберәк бала тыуған ғаиләләргә балаларына өс йәш тулғансы түләнеүсе айлыҡ пособие, айырым категория граждандарға социаль пособиелар ғариза биргән айҙан башлап ун ике айға тәғәйенләнә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләүгә субсидия ғариза биргән мәлдән алып алты айға билдәләнә. Ошоларға бәйле, түләүҙәр килеүҙән туҡтаған граждандарҙы социаль ярҙам сараларын биреүҙе һорап ғариза килеп яҙырға саҡырабыҙ.
Ҡабул итеү ваҡыттары
Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенең Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса филиалында, адресы: Карл Маркс урамы,103-сө йорт, социаль ярҙам һорауҙары буйынса ҡабул итеү дүшәмбе, шишәмбе, кесе йома көндәре – 9.00-дән 13.00 сәғәткә, шаршамбы 8.00-дән 13.00-гә, йома 9.00-дән 14.00 сәғәткә тиклем. Телефондар: 8(3473)25-08-46, 25-09-07, 25-02-07, 25-67-64.
Ерләүгә социаль пособие юллау, белешмәләр биреү буйынса: дүшәмбе, шишәмбе, кесе йома – 9.00 – 18.00 сәғәттә, шаршамбы 8.00 – 19.00, йома – 9.00-дән 14.00 сәғәткә тиклем, төшкө ялға туҡтамайынса.
Мәғлүмәттәрҙе ҡайҙан табырға?
Филиал күрһәткәнән социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының рәсми сайтында: www.sterlitamakadm.ru, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталында: www.gosuslugi.ru, Башҡортостан Республикаһы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталында: www.pgu.bashkortostan.ru, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының рәсми сайтында: www.mintrudrb.ru, respn.mintrudrb.ru сайтында урынлаштырылған.
Дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталында (https://gosuslugi.bashkortostan.ru/, артабан - РПГУ) әлеге ваҡытта социаль ярҙам сараларын тәғәйенләү өсөн ғаризаларҙы электрон төрҙә биреү мөмкинлеге булдырылған.
Сиратта көтөп ултырыу ваҡытын кәметеү маҡсатында 25-15-72 телефоны буйынса белгескә ҡабул итеүгә алдан яҙылыу ойошторолған.
Республика Күп функциялы үҙәк ДАУ-ы халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре буйынса граждандарҙы түбәндәге адрестар буйынса ҡабул итә: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 71, тел.: (3473) 22-34-00, Хоҙайбирҙин урамы, 83, тел.: (3473) 22-50-20, Тыныслыҡ урамы, 18 а, тел.: 41-10-17, Красноусол ауылы, Октяюрь урамы, 2а, тел.: (34740) 2-13-21.
Ғ.ШАҺИМОРАТОВ,
Филиал директоры.
Читайте нас: