-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Декабрь 2019, 18:05

Коллектор? Кем ул?

Республикала йәшәүселәр коллекторҙарҙың законлы эш итәме-юҡмы икәнен ниндәй кимәлдә белеүҙәрен үҙҙәрендә һынап ҡарай ала - Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы шундай тест тәҡдим итә.

Кредитты даими һуңлатып түләү коллектор менән танышыуға килтереп еткереүе бар. Ә был һөнәр кешеләренең эш алымдары төрлөсә, ҡайһы ваҡыт хатта законһыҙ ҙа. Сетерекле хәлгә ҡалып, коллекторҙар менән аралашырға мәжбүр булған кешеләргә үҙенең законлы хоҡуҡтарын һәм коллекторҙарҙың ниндәй аҙымға барыуы ихтимал икәнен белеү кәрәк һәм мөһим.
БЕЛЕШМӘ: коллекторҙарҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары 2016 йылдың 3 июлендәге 230-ФЗ һанлы Федераль закон менән көйләнә, уны боҙоу агентлыҡ хеҙмәткәрҙәрен яуаплылыҡҡа тарттырыуға нигеҙ булып тора.
Түләү ваҡыты үткән бирәсәктәрҙе ҡайтартыу менән шөғөлләнеүсе юридик берәмектәрҙең дәүләт реестрын алып барыу һәм уларҙы контролдә тотоу менән шөғөлләнеүсе Суд приставтары федераль хеҙмәте бүлеге граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын яҡлау буйынса әүҙем эшләй. Халыҡтың хоҡуҡи белемен күтәреү өсөн хеҙмәткәрҙәр төбәктең барлыҡ тораҡ пункттарында граждандарҙы күсмә ҡабул итеүҙәр үткәрә. Уларҙа граждандар коллектор ойошмалары менән эш иткәндә үҙеңде нисек тоторға, шулай уҡ 230-сы Федераль закон положениелары тураһында кәрәкле бөтә мәғлүмәтте ала. Бирәсәктәрҙе түләттереү баҙары вәкилдәре менән кәңәшмәләр ҙә профилактик сараларҙың береһе булып тора. Бындай осрашыуҙарҙа закон боҙоуға ҡағылышлы һорауҙар күтәрелә, хоҡуҡи-норматив акттарға индерелгән үҙгәрештәр менән танышыла.
Был эште дауам итеп, Суд приставтары федераль хеҙмәте тест эшләтеп ебәрҙе, ул “Бәйләнештә” социаль селтәрендә урынлаштырылған (http://vk.com/app5671337-151159628#574896). Теста 10 һорау. Уларға яуап биреп, граждандар коллекторҙар эшмәкәрлеге менән ни ҡәҙәр яҡшы таныш булыуҙарын һынап ҡарай ала.
Читайте нас: