+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Ғинуар 2020, 17:45

Афарин – 2019

Вилдан Әйүп улы Шәрипов менән Хәфиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы – районда ғына түгел, республикала иң оҙаҡ бергә йәшәгән ғаилә парҙарының береһе.

Бер-береһен хөрмәт итеп, ҡәҙерләп, бына 75 йыл татыу ғүмер итә улар. Балаларын, күп һанлы ейән-бүләләрен, туғандарын йыйып ошо датаны матур итеп билдәләп үттеләр. Шәриповтар икеһе лә – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны: береһе – яугир, икенсеһе – тыл эшсәне. Шуға ла Бөйөк Еңеү йылын улар ҙур өмөттәр менән ҡаршылай. “Патриотик тәрбиә” төшөнсәһе улар өсөн буш һүҙ түгел. Яугир-олатай йәш быуын менән осрашыуҙарҙа булдыра алғанса ҡатнашырға тырыша. Яңыраҡ гимназияла тап уның ижадын хөрмәтләп “Йөрәк һүҙе” кисәһе үткәрҙеләр.
Вилдан олатай артабан да ижад итергә, бығаса баҫтырып сығарған ике тиҫтә китабына өҫтәп яңыһын сығарырға ниәтләй, Хәфиҙә инәй иһә – уның илһам биреүсеһе, хуплаусыһы.
Читайте нас: