+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Ғинуар 2020, 16:45

Афарин – 2019

Рәзилә Рәйес ҡыҙы ХӘБИБУЛЛИНА - район мәҙәниәт бүлеге етәксеһенең дөйөм эштәр буйынса урынбаҫары.

Моңло йырсы, сценарийҙар авторы, оҫта алып барыусы, илһамлы актриса – ҡыҫҡаһы, алыштырғыһыҙ сәхнә алиһәһе ул. Үткән йыл Рәзилә Рәйес ҡыҙы өсөн алтын юбилей йылы һәм сәхнәгә хеҙмәт итеүенә 30 йыл тулды. Театр йылы сиктәрендә театр миҙгелен асыу сараһы халыҡ театрының атҡаҙанған артисткаһы ижадына арналды. Эйе, Рәзилә Рәйес ҡыҙы – Ғафури халыҡ театрының примадоннаһы. Төрлө ролдә, айырыуса кире образдарҙы оҫта уйнаған актриса быйыл М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһында төп ролде – Тәңкәбикәне ышандырғыс итеп башҡарып, үҙенең киң ҡоласлы актриса икәнен раҫланы.
Читайте нас: