+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Ғинуар 2020, 16:50

Афарин – 2019

Фәниә Әкрәм ҡыҙы ФӘЙЗУЛЛИНА – Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә 38 йыл башҡорт мәҙәниәте фәнен уҡытҡан хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусы.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булған. Мәктәптә эшләгән йылдарында Тыуған яҡты өйрәнеү музейын төҙөп, бөгөн ул халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырған сығанаҡ булып тора. Ул тыуған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы үҫтереүҙә һәм һаҡлауҙа әүҙем эшләй. Хаҡлы ялда булһа ла төрлө мәҙәни сараларҙы үҙе сценарийҙар яҙып, алып бара, ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, шиғырҙар, ҡобайырҙар ижад итә, “Алтын тирмә” телевизион тапшырыуында ҡатнашты. Ауылдың ветерандар, башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге советтары ағзаһы, матбуғат баҫмаларының әүҙем хәбәрсеһе, ағинәйҙәр ойошмаһында, ауылдың, райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй.
Читайте нас: