+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Ғинуар 2020, 17:05

Афарин – 2019

Һаҙый Исмәғил улы ЮЛМӨХӘМӘТОВ - районыбыҙҙың билдәле тарихсыһы, “Красноусол” шифаханаһы хеҙмәткәре.

Уҙған йыл уның өсөн емешле һәм уңышлы булды. Тарихсы булараҡ, ул бик күп ауылдарҙың, атап әйткәндә, Бәрлеүәҫ Үтәше, Ябалаҡ Үтәше, Байымбәт, Бурлы, Сәйетбаба ауылы буйынса мәғлүмәттәр туплап, улар буйынса эшләне.Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған һәйкәлдәрҙең эскиз проекты авторы ла, бер нисә балалар майҙансығы, шифаханала Яңы йыл Боҙ ҡаласығы (быйылғыһы 30-сыһы) төҙөп тапшырҙы.Әлеге мәлдә ауылдаштары менән берлектә тыуған – Юлыҡ ауылы тарихы өҫтөндә эшләй, үҙ ғаиләһенең тарихын яҙырға тотонорға иҫәбе. Нәҫелдәрҙең тамырҙарын барлап, Шәжәрә төҙөү эшмәкәрлеге лә алып бара. Тарихи ҡомартҡылар йыйыу менән дә шөғөлләнә ул.
Читайте нас: