+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Ғинуар 2020, 22:20

Матур һәм уңайлы йәшәү өсөн

Красноусол ауылы үҙәгендә төҙөлгән спорт-ял итеү комплексының асылыуын кескәйҙәр генә түгел, ололар ҙа түҙемһеҙлек менән көтә ине. Уҙған шәмбе көнө ошо майҙансыҡ район хакимиәте башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары Ф.Ф.Сыңғыҙов һәм уның урынбаҫарҙары, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Д.В.Ҡунафин, район мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ғ.Солтанморатов һәм мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, уҡыусылар ҡатнашлығында тантаналы шарттарҙа асылды.

Боҙ ҡаласығы янындағы сағыу төҫтәр менән эшләнгән был спорт-ял итеү комплексы әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора. Тантананы алып барыусы Гөлназ Мирхәйҙәрова һүҙҙе Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа биреп, ул барыһын да Яңы йыл менән һәм ошо сара уңайынан тәбрикләп үтте.
- Был комплекс “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә төҙөлдө. Табын, Аҡкүл ауылдарында ла ошондай комплекс төҙөлә, бының менән генә туҡталып ҡалмай, киләһе йылда ла комплексты 2-се мәктәп яғына һуҙырға уйлашабыҙ. Заманса, хәүефһеҙ уйын майҙансығы, спорт ҡоролмалары, уңайлы ял итеү урындары булған комплекс балаларға ғына түгел, ғаилә менән килеп ял итеү өсөн дә тәғәйенләнгән. Беҙгә был матурлыҡты һаҡларға, ҡәҙерләргә һәм рәхәтләнеп ял итергә генә ҡала. Барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ, һуғыш булмаһын”, - тине ул. Шулай уҡ ошо спорт-ял итеү майҙансығын төҙөүҙе үҙ өҫтөнә алған яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Рауил Зөфәр улы Сәлиховҡа, ҡышҡы ҡаласыҡты матур итеп биҙәүҙә ярҙам иткән Илшат Әғзәм улы Бәхтийәровҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы һәм Красноусол ауылы биләмәһе башлығы Дамир Винер улы комплексҡа кергән ерҙәге ҡыҙыл таҫманы киҫкәс, барыһы ла түҙемһеҙлек менән көткән майҙансыҡты ҡарарға, ә балалар уйнарға ашыҡты.
Спорт-ял итеү комплексы балаларға ла, ололарға ла күтәренке кәйеф һәм рәхәтлек бирә, ғаилә менән килеп күңелле итеп ял итеү өсөн дә уңайлы урын. Бында уйнап йөрөгән балаларҙан уҡ күренеп тора: улар береһенән ялҡһа, икенсеһенә бара, иркен урында йүгереп тә алалар, атай-әсәйҙәренә үҙҙәренең ниндәй көслө, етеҙ булыуҙарын күрһәтәләр. Матур һәм уңайлы йәшәүҙе күҙ уңында тотоп шарттар булдырылыуына рәхмәтле булыуҙарын балаларҙың нисек шатланып уйнауҙарына ҡарап та күрергә була ине. Файҙалы һәм кәрәкле спорт-ял комплексынан балаларҙың шат тауышы тынмаһын, һәр саҡ үҙенә саҡырып, оҙаҡ хеҙмәт итһен.
Ә.ЛАТИПОВА.
Читайте нас: