+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Ғинуар 2020, 17:55

Уңыу-туңыуҙар тырышлыҡтан торор

Етеп килеүсе йыл хужаһы Аҡ Металл Ҡомаҡ йондоҙнамәнең ҡайһылыр билдәһенә өҫтөнлөк бирмәй. 2020 йылда уңыу-туңыуҙар һәр кешенең үҙ тырышлығынан, шәхси сифаттарынан торасаҡ.

ҠОМАҠ (1948, 1960, 1972, 1984, 1996 һәм 2008) йылында тыуғандарға йыл буйы рәхәт булыр, карьерала үҫеп, бизнес йәйелдереп булыр. Ғаиләлә һәммәһе лә уны хәстәрлек менән солғап алыр. Үҙегеҙ ҙә шулай уҡ яуап бирегеҙ. Юҡ-барға борсолмаһағыҙ, спорт менән шөғөлләнһәгеҙ, тормошҡа ыңғай ҡараһағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр.
ҺЫЙЫР (1949, 1961, 1973, 1985, 1997, 2009) йылында тыуғандарға йыл ябай булмаҫ, әммә емешле килер. Үҙ-үҙеңде үҫтереү, камиллаштырыу ныҡ кәрәк. Был күп нәмәгә яңыса ҡарарға һәм яҡшыраҡ яҡҡа үҙгәрергә мөмкинлек бирер.
БАРЫҪтың (1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010) Ҡомаҡ менән уртаҡлығы юҡ тиерлек. Шулай ҙа ул һеҙгә миһырбанлы. Эштә, шәхси тормошта булып алыуы ихтимал ҡытыршылыҡтарға ҡарамаҫтан, шатлыҡлы ваҡиғалар ҙа булыр. Ваҡ-төйәк күңелһеҙлектәргә фәйләсүфтәрсә ҡарағыҙ – һәр һынау һеҙҙе көслөрәк кенә итә.
ҠУЯН (БЕСӘЙ) (1951, 1963, 1975, 1987,1999, 2011) йылы вәкилдәрен шаҡтай үҙгәрештәр көтә: яңы дуҫтар, яңы мауығыуҙар, яңы эш, хатта яңы йорт барлыҡҡа килеүе бар. Сит илгә күсенергә ҡарар итеүегеҙ ҙә ихтимал. Ошондай уй-ниәттәрҙе бойомға ашырыу өсөн Аҡ Металл Ҡомаҡ йылы – иң ҡулайы. Тик иҫке дуҫтарҙы онотмағыҙ һәм һирәк кенә булһа ла кеше кәңәшен тыңлағыҙ.
АЖДАҺА (1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012). Уңышлы осорҙар, һирәкләп булһа ла, уңышһыҙҙары менән алмашлап килер. Нимәлер теләгәнсә бармаһа, ҡулды һәлендерергә уйламағыҙ ҙа. Барыһы ла яйланыр! Эргәгеҙҙә һәр саҡ ярҙам итер кешеләр булыр, тик уларҙан баш тартмағыҙ.
ЙЫЛАНдарға (1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013) финанс муллығы вәғәҙә ителә. Юҡҡа ғына тырышып эшләмәнегеҙ бит! Тик бар аҡсағыҙҙы бер юлы туҙҙырмай тороғоҙ: Ҡомаҡ бәрәшәнлекте яратмай, килер «ерен» ябып ҡуйыуы ла бар. Был йылда гел бикләнеп ултырмағыҙ, кеше араһына ла сығығыҙ.
ЙЫЛҠЫ (1954, 1966, 1990, 2002, 2014). Шәхси тормошта ла, карьерала ла бик күп шатлыҡлы мәлдәр көтә. Ниһайәт, нимәгә лайыҡ булһағыҙ, шуны алырһығыҙ. Ҡомаҡ «биргән» тәңкәләрҙе күптән хыял иткән сәйәхәткә, бығаса үҙегеҙгә бирә алмаған нәмәләргә тотона алырһығыҙ. Йылдың бүләктәре тағы күп буласаҡ әле!
ҠУЙ (1955, 1967, 1979, 1991, 2003, 2015). Эш, бизнес өлкәһендә барыһы ла яҡшы булыр. Ә бына шәхси тормошта ауырлыҡтар килеүе ихтимал. Был йылда иң мөһиме – үҙ эсеңә бикләнмәү. Яҡын кешеләреңә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡмағыҙ, киләсәккә өмөт менән ҡарағыҙ.
МАЙМЫЛ (1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016). Яңы йыл Маймылдарға бик күп тәьҫораттар һәм шәхси тормошта еңеүҙәр алып килер. Был осорҙоң төп темаһы -
яңы танышлыҡтар булыр. Финанс йәһәтенән дә уңыш килер. Файҙалы тәҡдимдәр алһағыҙ, оҙаҡ уйланмағыҙ.
ТАУЫҠ (1957, 1969, 1981, 1993, 2005, 2017). Йыл юллыҡлы һәм уңышлы булыр. Һеҙҙе еңеү артынан еңеү көтә. Күңелле көтөлмәгәнлектәр даими килеп торор. Юлығыҙҙа йәшел ут янған осорҙо рәхәтләнеп ҡабул итеп, ниәттәрегеҙҙе бойомға ашырып ҡалығыҙ.
ЭТ (1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018). Ҡомаҡтың һемәйтеүен көтмәгеҙ ҙә – йыл һәр яҡлап имен булыр. Тик үтә ныҡ тырышлыҡ һалырға кәрәкмәҫ. Тормошто ҡырҡа үҙгәртмәгеҙ, ә булғаны менән кинәнегеҙ. Был кәңәш бигерәк тә ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡағыла.
ҠАБАН (1959, 1971, 1983, 1995, 2007, 2018). Юлығыҙға аҡса һибелер тип көтмәгеҙ. Һеҙгә үҙегеҙгә башлап йөрөргә кәрәк булыр. Һайлаған юлығыҙҙан ҡурҡмай-икеләнмәй генә барығыҙ – тырышлыҡтарығыҙ мотлаҡ үҙен аҡлар.
Читайте нас: