+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Ғинуар 2020, 18:00

Яңы йыл мөғжизәһе

26 декабрь “Красноусол” курортының Ял үҙәгендә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балаларға Яңы йыл байрамы ойошторолдо.

Районыбыҙ ауылдарынан йыйылған 200 баланы район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлап, изге теләктәрен юлланы. Матур итеп кейенгән балалар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, өр-яңы йыл хужаһы Сысҡан һәм башҡа әкиәт геройҙары менән шыршы тирәләй йырланы-бейене, шиғыр һөйләп, рәхәтләнеп күңел асты, район хакимиәте башлығы ҡулынан Ҡыш бабай бүләктәрен дә алдылар. Ҡупшы шыршы янында әкиәт геройҙарына әйләнгән район мәҙәниәт һарайы артистары балаларҙы “Яңы йыл мөғжизәһе” тип аталған әкиәт иленә алып инеп, күңелле тамаша бүләк иттеләр. Уйын-конкурстарҙан һуң байрамдан ҡәнәғәт ҡалған ата-әсәләр, балалар бергәләп Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән шыршы янында фотоға төштөләр. Байрам балалар күңелендә онотолмаҫлыҡ матур хәтирә булып ҡалғандыр.
Ә инде 28 декабрь райондың барлыҡ ауылдарынан 100 уҡыусы “Һәләтле балалар балы” тип аталған байрам тантанаһына йыйылды. Был байрамға уҡыусылар яҡшы уҡыуҙары һәм төрлө фәндәрҙән олимпиадаларҙа күрһәткән уңыштары өсөн өлгәшкәндәр.
- Район үҙенең йәш быуыны менән ғорурлана ала. Барығыҙға ла, атай-әсәйҙәрегеҙгә, яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, яңы уңыштар һәм ҡаҙаныштар теләйем, - тине үҙенең ҡотлау һүҙендә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов.
Төрлө костюмдар, сағыу күлдәктәр кейгән уҡыусылар йәнле музыка, байрам атмосфераһында шыршы тирәләй әйләнде. Улар күңел асты, йыр йырланы, шиғыр һөйләнеләр. Сара һуңында байрамға килгән һәр бала татлы байрам күстәнәсе алып шатланды. Байрам тәьҫораттарын атай-әсәйҙәр фотоға төшөрөп, видеоға яҙҙырып ҡалырға ашыҡты.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: