+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Ғинуар 2020, 08:30

Красноусолға трактор ҡайтты!

Красноусол ауыл биләмәһенә Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса өр-яңы тракторҙың ҡайтарылыуы Яңы йылға ҙур бүләк булды. Был техника “Красноусол коммуналь хужалығы” МУП-ына беркетелде.

Урындағы халыҡтың әүҙемлеге, инициатив төркөмдөң ныҡышмалылығы һөҙөмтәһендә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы-2019” проектында халыҡтың, бағыусыларҙың ярҙамы менән республика конкурсында еңеп сығып, ауыл биләмәһе иң мөһим мәсьәләне хәл итте. Ниһайәт, күптән түгел Красноусол ауыл биләмәһенә аҫылмалы ҡоролмаһы (КУН) менән заманса өр-яңы “МТЗ-82.1” тракторы ҡайтарылды. Уның хаҡы 1 миллион 840 мең һум тора. Тракторҙы һатып алыуға республика бюджетынан бүленгән субсидия 885 мең һум тәшкил итеп, 177 мең һум аҡса халыҡтан, бағыусыларҙан 265 мең һумдан ашыу йыйылған, 300 мең һумдан ашыуы биләмә бюджетынан бүленгән.
Техника Красноусол коммуналь хужалығына бирелеп, әле тейешле документтарын рәсмиләштереү бара, әлегә “тимер атҡа” водитель дә тәғәйенләнмәгән. Эштәре теүәлләнгәс тә, трактор Красноусол ауылы урамдарын ҡарҙан таҙартыуҙа, артабан күп төрлө - ер ҡаҙыу, көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйып-түгеү, юл ситтәрен сабыу һәм башҡа эштәрҙә мәшғүл буласаҡ.
-Проектты тормошҡа ашырыуҙа ауыл биләмәһе халҡының һәм бағыусыларҙың ярҙамы тос булды, - тип билдәләп үтте Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Дамир Ҡунафин. – Барлыҡ красноусолдарға трактор һатып алыу башланғысын хуплап, проектты яҡлап, аҡсалата ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Яңы техника ауылдағы бөтөн мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә беҙҙең ышаныслы ярҙамсыбыҙ булыр, тигән ышаныста ҡалам.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: