+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Ғинуар 2020, 19:55

Тормоштоң яҡты яғында йәшәй ул

Матур почерк. Төҙөк һөйләмдәр. Уның яҙғандары күҙ һалыу менән үҙенә әсир итә. Айырыла алмайынса бер тынала уҡып сығаһың. Уҡыйһың да, “бына ниндәй гүзәл кешеләр бар икән арабыҙҙа!” тип һоҡланаһың. Ундай кешеләр менән бер осорҙа йәшәгәнеңә ғорурланаһың. Күңелең үҫә, рухың байый.

Ҡәҙимге генә күренгән кешеләрҙең матур сифаттарын, яҡты булмыштарын асып биргән, үҙе лә төплө уйлы, бай телле авторыбыҙ ул – Хәсән Ҡотов. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса гәзитебеҙҙең Нәжметдин Фәрхшатов исемендәге премияһын тап уға бирергә тигән уртаҡ ҡарарға коллектив күптән килгәйне.
Хәсән Абдулла улы бар ғүмерен тиерлек Ҡурғашлы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуға арнаған, байтаҡ йылдар ошо белем усағының директоры булып, хаҡлы ялға киткән кеше. Бик күп уҡыусылары тап уның юлын һайлап, филология, тел ғилеме йүнәлешенән китте.
Хәсән Ҡотов матбуғатта үҙ кеше. Хеҙмәт юлы башында, үткән быуаттың 60-сы йылдарында әле, ул район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләп ала. Һуңынан да хеҙмәттәшлек итеүен ташламай. Уның көн ҡаҙағына һуҡҡан мәҡәләләре, һүрәтләмәләре даими донъя күреп тора. Бөйөк Еңеү йылы йәштәше булараҡ, уға айырыуса һуғыш һәм тыл ветерандары, хеҙмәт кешеләре хаҡында яҙыу оҡшай. Х.Ҡотов үҙен йәшәйеште, тормош күренештәрен сағыу буяуҙарҙа һүрәтләүсе нескә күңелле лирик шағир ҙа итеп танытты.
Нәжметдин Фәрхшатов исемендәге премияның өр-яңы – 2019 йылғы лауреатын ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: