Майҙансыҡтағы сәхнә түренән Ҡар королеваһы кейемендәге йырсы Арина Селянинаның йыры тирә-яҡҡа ағыла. Бында башҡа әкиәт геройҙарын да күрергә була ине.
Йыр тамамланыу менән байрам сараһын алып барыусылар Гөлназ Мирхәйҙәрова менән Фәнзил Ғәлин Красноусолдың ниндәй биҫтәһенән күберәк тамашасылар килеүен барланы. Шарттар буйынса еңеүсе булған Үҙәк өлөштән килеүселәр үҙҙәренә бүләккә алып барыусылар һәм әкиәт геройҙарының уларға баш эйеүҙәрен һәм барыһының да ҡул сабыуҙарын ҡабул итте. Һәм өҫтәп улар өсөн ике орудиенан (туп) кәнфиттәр фейервергы “атылды”. Улар иһә биҙрәләр менән әкиәт геройҙары булып сыҡты, алып барыусының командаһы менән үҙҙәренең орудие – биҙрәләрен кәнфиттәр менән тултырып, “Пли!” командаһы буйынса йыйылыусыларға кәнфиттәр тараттылар.
Байрам ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Бына сараға йәм өҫтөнә йәм өҫтәп Яңы йылдың төп хужалары – Ҡыш бабайҙар, Ҡарһылыуҙар һәм Яңы – 2020 йылдың символдары килеп, майҙандан урын алды. Улар Красноусолдың үҙәк урамдары буйлап парадта үтте, шул тиклем дә күптәр, һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле. Араларында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән район мәғариф бүлеге начальнигы етәкселегендә өс тиҫтәнән ашыу педагог Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙар ҙа бар ине. Березовка ауылынан дөлдөлөнә кашауай егеп Фәнис Фәхретдинов та килеп еткән. Кашауайҙа Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу урын алған. Парад менән командалыҡ итеүсе Яңы йыл ғәскәрҙәре генерал-полковнигы Мороз Иванович Рождественский Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙарҙың Яңы йыл ҡаласығын асыу тантанаһына тулы “хәрби” әҙерлеге хаҡында белдереп, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа рапорт бирҙе. Парадты ҡабул иткәс, Фәнзил Фәйез улы ғафуриҙарҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән тәбрикләне. 2019 йылдың уңышлы, тыныс, берҙәмлектә, шатлыҡлы үтеүен билдәләп, күп мәсьәләләр берлектә, бер төптән хәл ителде, тине һәм бының өсөн район хакимиәте исеменән ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. 2020 йылда ла барыһы ла яҡшы булһын, бәхет, һаулыҡ, уңыштар, ғаилә именлеге һеҙгә, бөтөн теләк-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
Артабан район башлығы Яңы йыл алды конкурстары еңеүселәренә бүләктәр тапшырҙы.
“Халҡы 1000-дән әҙерәк булған ауыл биләмәһендә иң матур Яңы йыл биҙәлеше” номинацияһында Ташлы ауыл биләмәһе 1-се урын һәм 20 мең һумлыҡ сертификат, Бельский ауыл биләмәһе 2-се урын һәм 10 мең һумлыҡ сертификат, Буруновка ауыл биләмәһе 3-сө урын һәм 5 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
“Халҡы 1000-дән ашыу булған ауыл биләмәһендә иң матур Яңы йыл биҙәлеше” номинацияһында Табын ауыл биләмәһе - 1-се (30 мең һумлыҡ сертификат), Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе – 2-се (20 мең һумлыҡ сертификат), Сәйетбаба ауыл биләмәһе 3-сө (10 мең һумлыҡ сертификат) урынға лайыҡ булды.
“Шәхси ихатаны иң матур биҙәү” номинацияһында Ташлы ауылынан Клара һәм Владимир Назаровтар – 1-се, Красноусолдағы Гагарин урамы, 1-се күп фатирлы йорто – 2-се, Лубат биҫтәһенең “Сәләмәтлек” ТСЖ-һы (Т.Н.Старицына) 3-сө урын яуланы һәм барыһына ла бүләк сертификаттары тапшырылды.
Белем биреү учреждение-
лары араһында иң матур биҙәлешле Красноусолдағы 1-се һәм Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәптәре, учреждениеларҙан “Еҙем” ФОК-ы, ойошмаларҙан “Фомин” ШП-һы бүләк сертификаттарына эйә булды.
Байрамдың икенсе өлөшө “Ғафури Ҡыш бабайҙары һәм Ҡарһылыуҙары ассамблеяһы” исеме аҫтында үтеп, уның барышында Ҡыш бабайҙар һәр йәһәттән айырылып торорға: сарала ҡатнашыусыларҙың төрлөсә күңелен күрергә, конкурстарҙа ҡатнашып, еңергә, йырлап-бейеп күңел асырға һәм “Супер Ҡыш бабай-2020” исемен яуларға тейеш ине. Ҡарһылыуҙар барыһы менән бергәләп ҡупшы шыршы тирәләй “Бәләкәй шыршыға ҡыш көнө һыуыҡ” йырын йырлап әйләнде. Ҡыш бабайҙар иһә “Барыня” көйөнә бейеп кинәнде һәм уларға тамашасылар ҙа ҡушылып китте. Ә артабан барлыҡ байрамда ҡатнашыусылар өсөн бейеү - Яңы йыл флешмобы ойошторолдо. Балалар ижады үҙәгенең өҫтәлмә белем биреү педагогтары балалар менән төрлө уйын-конкурстар уҙғарҙы.
Барыһы ла кинәнеп бейене, йырланы, күңел асты. Ниһайәт, иғлан ителгән Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Яңы йыл символдары конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.
Байрам сараһын район мәҙәниәт һарайы артистарының йыр-моңдары дауам итте.
Индира ИШКИНА.