Операция барышында техниканы тикшергәндә машиналарҙың (агрегаттарҙың) теркәү номерҙары тап килеү-килмәүенә, машиналарҙы теркәү тәртибе күҙәтелеүенә, техник ҡарауҙы үҙ ваҡытында үтеүенә, тейешле категориялы тракторсы-машинист таныҡлығы булыуына айырыуса иғтибар биреләсәк.
“Ҡаргиҙәр” операцияһы БР Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ-һы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм башҡа ведомстволар хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уҙғарыласаҡ.
Сергей ЛУКИН,
Гостехнадзорҙың
район бүлеге мөдире.