+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Ғинуар 2020, 14:11

Миҙаллы әсәләр һаны артты

Республикабыҙҙа биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы “Әсәлек даны” миҙалы тапшырып хөрмәтләйҙәр. Яңы йыл алдынан Башҡортостандан - 50, шул иҫәптән Ғафури районынан күмәк балалы алты әсәне “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте. Әйткәндәй, былтыр был юғары наградаға рес-публиканан 300 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған.

Дәүләт наградаларын БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова ҡулынан Зөлфиә Вәлиева, Альмира Нуриәхмәтова, Ирина Заплатина, Ольга Суслонова, Лилит Зорглян, Наталья Матвеева алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Республикала “Әсәлек даны” миҙалы 1998 йылдан тапшырыла килә. Ошо йылдар арауығында был дәүләт наградаһы менән
8 меңдән ашыу гүзәл зат вәкиле бүләкләнгән.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: