Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре байрамды йыр-моң менән тулыландырһа, Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре төрлө уйындар уйнатып, кескәйҙәрҙең күңелен күреп, уларға тәмле-татлы кәнфиттәр таратты. Әкиәт геройҙары байрам сараһына йыйылыусыларға төрлө тамаша күрһәтте. Сараны алып барыусы Гөлназ Мирхәйҙәрова халыҡҡа район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовтың ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Һуңынан балалар ҡупшы шыршы тирәләй бейеп, йырлап күңел асты. Көнө лә, барыһының теләген тормошҡа ашырайым тигәндәй, йылы, сағыу булды.
Был байрам кешеләрҙе изге эштәргә өндәй, иғтибарыбыҙҙы ярҙамға мохтаж, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалыусыларға йүнәлтергә, шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ, ғәҙеллеккә саҡыра. Оҙайлы ҡышҡы ялда балалаларға атай-әсәйҙәр менән бергә боҙ ҡаласығында күңелле итеп ял итеү ҙә һәйбәт тәьҫораттар ҡалдырып, күтәренке кәйеф тыуҙырғандыр.
Изге байрамдан һәр йортҡа шатлыҡ нурҙары ғына бөркөлөп, тыуған яғыбыҙҙа төрлө милләт, дин вәкилдәре һәр саҡ шулай дуҫ һәм татыу йәшәйек.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.