-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
11 Ғинуар 2020, 14:05

Еректә Яңы йыл тамашаһы

Ауылыбыҙҙа быға тик-лем мәҙәниәт йорто булмау сәбәпле, Яңы йыл байрамдары урамда үтә ине. Ауыл халҡы өсөн быйылғы 2020 йылды ҡаршылау бик ҡыуаныслы ваҡиға булды.

Оҙаҡ ваҡыт буш торған мәктәп бинаһы ауылыбыҙҙың уҡытыусыһы Рима Мөхәмәт ҡыҙы Кәримова һәм бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарҙың клублы булайыҡ, тигән фекерен ҡеүәтләп, ауыл ағинәйҙәренең ҡатнашлығында клуб итеп асылды. Апрель айынан эш башлаған клубҡа мөдир итеп Айгөл Мөхәмәҙи ҡыҙы Иждиһатова тәғәйенләнде. Еңеү көнөндә “Үлемһеҙ полк”, Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары, Оло йәштәгеләр, Әсәләр көнө үткәрелде. Имәндәштә уҙған рес-публика Ағинәйҙәр йыйынына ла клубта әҙерләндек. Клубтың тигеҙ булмаған иҙәненә түшәр өсөн кәрәкле әйберҙәр килтерелеп, Айгөлдөң тормош иптәше Урал Иждиһатов Яңы йылға тиклем ремонт эштәрен теүәлләп, ултырғыстар килтереп, ҡағып ултыртты. Клубҡа яҡты үткәрелде, йылытҡыстар ҡуйылды.
Мәҙәни усағыбыҙҙың балҡып китеүенә ололарҙан бигерәк кескәй, уҡыусы балалар һөйөндө. Байрамда балаларҙың шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап, бейеүҙәре ауыл халҡы өсөн ҙур бүләк булды. Нисәмә йылдар бындай тамашаны күргәнебеҙ юҡ ине. Ҡыш бабай (Айнур Кәримов) менән Ҡарһылыу (Наҙгөл Иждиһатова) үҙ ролдәрен матур уйнаны. Төрлө конкурстарҙа, маскарадта ҡатнашыусылар бүләкләнде. Бурлы ауыл хакимиәте башлығы Азат Кәшәфетдин улы Хәйретдинов күстәнәс менән килеп, ауыл халҡын байрам менән тәбрикләне, Ғөбәйҙулла ағай Зәйнетдинов, Ерек ауылы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Клара Сәлихова ла ҡотлауҙарын еткерҙе. Ергәндә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ Альбина һәм Илгизәр Сәлимйәновтар клубҡа музыкаль аппаратура бүләк итте, ҡыҙҙары Әҙилә ауыл халҡына гитарала уйнап музыкаль номер юлланы. Байрамды үткәреү өсөн бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән ауылдаштарыбыҙ Зөфәр Ғәбделәхәт улы Сәлихов (Өфө), Ғөбәйҙулла Насретдин улы Зәйнетдинов (Табын) һәм Илшат Зәйнетдинов (Табын), Учалы ҡалаһында йәшәүсе ауылдашыбыҙ Луиза Ринат ҡыҙы Латипова-Усманова ғаиләләренә рәхмәтлебеҙ, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Байрамда һәр билеты отошло лоторея уйнатылды, бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы. Музыкаль аппаратураны ҡороп, дәртле бейеү көйҙәренә олоһо ла, кесеһе лә бейене.
Ошондай сара тәүге тапҡыр үтеүенә ҡарамаҫтан, Айгөл Мөхәмәҙи ҡыҙы байрамды бик оҫта алып барҙы, ауыл халҡы кинәнеп, рәхәтләнеп ял итте. Киләсәктә лә байрамдарҙың йыш булыуын, йәштәрҙең ауыл клубында үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашыуҙарын теләйбеҙ, мәҙәни усағыбыҙ гөрләп эшләр, тип ышанабыҙ.
Гөлшат Дәүләтова.
Ерек ауылы.
Читайте нас: