+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
11 Ғинуар 2020, 11:55

Сертификатҡа лайыҡ булдылар

2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы, республикала айырым категорияға ҡараған, атап әйткәндә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм инвалид булғандар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән һәм ишле ғаиләләргә шәхси торлаҡ йортҡа газ үткәреүгә сертификаттар тапшырыла башлағайны.

Яңы йыл алдынан районыбыҙҙың күмәк балалы дүрт ғаиләһе лә йорттарына газ үткәреүгә 100 мең һумлыҡ сертификат алыу бәхетенә иреште. Был бәхетлеләр-Сәйетбаба ауылынан Айгөл һәм Хәйҙәр Шәйхоловтар, Ҡарағайҙан Гөлназ һәм Илфат Үтәгәновтар, Еректән Светлана һәм Рәмил Хәмзиндар, Әлфиә һәм Илшат Кәримовтар ғаиләләре.
Шәхси торлаҡ йортҡа газ үткәреүгә дәүләт ярҙамына, йәғни сертификатҡа кемдәр дәғүә итә ала?
Сертификат алыу хоҡуғына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, инвалидтар, инвалид балаһы булған һәм күмәк балалы ғаиләләр эйә була ала. Был хеҙмәттән файҙаланыу өсөн ғариза менән мөрәжәғәт итеүсегә шәхси торлаҡ йортто газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу хаҡында Газ бүлеү селтәрҙәре ойошмаһы менән килешеү төҙөшөргә тейеш. Был мотлаҡ шарттарҙың береһе булып тора.
Иң башта “Газпром газ бүлеү Өфө” ойошмаһына мөрәжәғәт итегеҙ һәм йортоғоҙға газ үткәреүҙең техник мөмкинлектәре хаҡында белешегеҙ. Әгәр барыһы ла яҡшы икән, һеҙҙең менән газ үткәреү тураһында килешеү төҙөйәсәктәр. Артабан ошо килешеү һәм башҡа йыйылған документтар менән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе Күп функциялы үҙәк республика дәүләт автоном учреждениеһының структур подразделениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай итеп, документтарҙы ҡабул итеп, ыңғай ҡарар булһа, һеҙгә сертификат тапшырасаҡтар.
Бының өсөн түбәндәге документтар кәрәк буласаҡ: паспорт йәки ышаныс ҡағыҙы; газ үткәреү тураһындағы килешеү (уға ҡул ҡуйылған булырға тейеш); ташламаларға хоҡуҡлы икәнлегегеҙҙе раҫлаусы документтар.
Был сертификат менән ер участкаһы сиктәренә тиклем һәм уның сиктәренән тыш газ үткәреү, төҙөлөш-монтаж, газ ҡоролмаһын ҡуйыу һәм монтажлау эштәрен ҡапларға мөмкин.
Сертификатты алғандан һуң “Газпром газ бүлеү Өфө” ойошмаһы йәки подрядсы компания менән эштәрҙе сертификат менән ҡаплауығыҙ тураһында тағы өҫтәмә килешеү төҙөргә тура киләсәк. Ә “зәңгәр яғыулыҡ” йортҡа үткәрелгәс, Күп функциялы үҙәккә түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк: сертификат алған кешенең паспорты, эште башҡарыусының ҡултамғаһы ҡуйылған сертификат, йортҡа газ үткәреү тураһында килешеүҙәр йәки уларҙың нотариаль раҫланған күсермәләре, эште башҡарыусының һәм сертификат алған кешенең эштең атҡарылыуын раҫлап ҡултамғаһы ҡуйылған акт, “Газпром газ бүлеү Өфө” ойошмаһының һәм сертификат алыусының газ үткәрелгәнлеген раҫлап ҡул ҡуйған акты.
Сертификаттар тураһында ентекләберәк БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының рәсми сайтында белергә мөмкин.
Читайте нас: