+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Ғинуар 2020, 11:00

Законлылыҡ һағында тороусылар

Һәр гражданиндың хоҡуғын һәм иреген һаҡлау, ҡәтғилек һәм ғәҙеллек – Рәсәй прокуратураһы эшмәкәрлегенең төп асылы быуаттар буйына һаҡлана килә.Районыбыҙҙың прокуратура хеҙмәткәрҙәре лә гражданлыҡ йәмғиәтенең хоҡуҡи нигеҙҙәрен нығытыуҙа үҙҙәренең ҙур өлөшөн индерә. 12 ғинуарҙа улар традицияға ярашлы үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан район прокуроры, өлкән юстиция советнигы Рөстәм Ринат улы РАЯНОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

-Рөстәм Ринат улы, бөгөн Ғафури прокуратураһын кемдәр берләштерә?
-Үҙемдән тыш, әлеге мәлдә район прокуратураһында күҙәтеү эшмәкәрлеген ҙур булмаған, әммә эшлекле хеҙмәткәрҙәр: прокурор урынбаҫары Г.Р.Ипатова (прокуратурала 1989 йылдан алып эшләй), 2013 йылдан эш башлаған прокурор ярҙамсылары М.М.Ғиләжев менән И.Ә.Иҙрисов, техник персонал: өлкән инспектор-эш башҡарыусы Л.Ғ.Юлбарисова һәм водитель В.Х.Юлбарисовтан (район прокуратураһында 20 йылдан ашыу эшләйҙәр, уңыштары өсөн бер нисә тапҡыр республика прокуратураһы етәкселеге тарафынан бүләкләүҙәргә лайыҡ булдылар) торған коллектив алып бара.
-Хеҙмәтегеҙҙең өҫтөнлөктәре тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине?
-Прокуратура органдары эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып граждандарҙың хоҡуғын һәм законлы мәнфәғәтен яҡлау, енәйәтселеккә, коррупцияға ҡаршы көрәш, илдең хоҡуҡи берҙәмлеген тәьмин итеү тора. Һәм, әлбиттә, прокурор эшмәкәрлегендә башҡарма, закондар сығарыусы һәм суд властары, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тығыҙ бәйләнештә эшләү генә үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Уҙған йылға йомғаҡ яһап, беҙ үҙебеҙгә еткерелгән бурыстарҙы лайыҡлы үтәнек, тип ышаныслы әйтә алабыҙ.
Район прокуратураһы тарафынан Федераль ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү өлкәһендә эшмәкәрлек буйынса йыл буйына закон боҙоуҙың 1181 осрағы асылды, законһыҙ хоҡуҡи акттарға ҡарата 147 протест белдерелде, 304 күрһәтмә бирелде, 2,8 млн. һум дөйөм суммаға 212 дәғүә ебәрелде, прокурор тикшереүҙәре материалдары буйынса 79 кеше административ яуапҡа тарттырылды.
Иҡтисади йәһәттән ҡатмарлы мәл беҙҙән Хеҙмәт ҡануниәтен боҙоусыларға ҡарата ҡаты мөғәмәләне талап итә. Уҙған йылда беҙҙең тарафтан 259-ҙан ашыу закон боҙоу осрағы асылып, улар буйынса судҡа 117 дәғүә ебәрелде, 12 күрһәтмә бирелеп, 17 кеше административ яуапҡа тарттырылды.
Илдә алып барылған бизнес субъекттарына ярҙам сәйәсәтен иҫәпкә алғанда эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өлкәһендәге ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү өҫтөнлөклөләр иҫәбендә ҡала. Планлы һәм планһыҙ тикшереүҙәр уҙғарғанда ҡануниәтте боҙған өсөн 6 кеше административ яуапҡа тарттырылды.
Прокурорҙар мәғариф өлкәһендәге, һаулыҡ һаҡлау, бәлиғ булмағандарҙың хеҙмәткә һәм милеккә хоҡуҡтарын боҙоуҙарға әүҙем йоғонто яһаны. Етем балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау айы-рыуса иғтибар үҙәгендә булды. Балаларҙың ялын ойошторғанда хәүефһеҙ шарттар менән тәьмин итеү буйынса күп кенә эшләнде. Прокурор йоғонтоһо һөҙөмтәһендә балалар лагерҙарында закон боҙоуҙар бөтөрөлдө.
Прокурорҙың гражданлыҡ һәм арбитраж суд эшмәкәрлегендә дәғүәсе формаһында ҡатнашыуы шулай уҡ йоғонто яһауҙың әһәмиәтле һәм ҙур һорау менән файҙаланылған процессуаль сараһы булып ҡулланылды. 2019 йылда граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәтен яҡлап дөйөм юрисдикция һәм арбитраж судтарға 200-ҙән ашыу дәғүә һәм 2,8 млн. һумлыҡ суммаға ғаризалар ебәрелде.
Һәр ваҡыттағыса граждандарҙың судҡа тиклемге енәйәти суд производствоһында конституцион хоҡуғын һәм иреген яҡлауға ҙур иғтибар бүленде. 470-тән ашыу закон боҙоу осрағы асылып, саралар күрелде.
-Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эштәр нисек тора?
-Күҙәтеү эшмәкәрлегендә айырыуса мөһим бурыстарҙың береһе булып коррупцияға ҡаршы көрәш тора. Был эш сиктәрендә прокурорҙар тарафынан 45-тән ашыу закон боҙоу осрағы асылып, прокурор йоғонтоһо буйынса 30-ҙан ашыу акт төҙөлдө, коррупция акты йәһәтенән килгән зыянды ҡаплатыу маҡсатында судҡа 2 миллион һумдан ашыу суммаға 11 дәғүә ғаризаһы ебәрелде, коррупцион факторҙы үҙ эсенә алған 170 норматив хоҡуҡи акт өйрәнелеп, унда 32 коррупцион факт асылды.
Миҫал өсөн, прокурор йоғонтоһо акттары буйынса коррупцияға ҡаршы һәм муниципаль хеҙмәт ҡануниәттәрен боҙған өсөн урындағы үҙидара органдары муниципаль хеҙмәткәрҙәре вазифаларынан бушатылды.
- Һеҙгә ғариза һәм ялыуҙар менән йыш мөрәжәғәт итәләрме?
-Граждандарҙың мөрәжәғәте менән эшләү – эшебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. 2019 йылда район прокуратураһы 600-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итте. Йылдан-йыл уларҙың һаны арта бара, был һис һүҙһеҙ халыҡтың прокуратура органдарына ышанысы хаҡында һөйләй. Һәр икенсе ялыу ҡәнәғәтләндерелә, йыл буйына дөйөм алғанда 400-ҙән ашыу граждандың боҙолған хоҡуғы тергеҙелде. Прокурор эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу, хоҡуҡи мәғлүмәт биреү буйынса эшкә беҙ ҙур иғтибар бирәбеҙ. Былтыр гәзит биттәрендә 400-ҙән артыҡ материал донъя күрҙе.
-Ҙур булмаған коллективта, ғәҙәттә, үҙ-ара мөнәсәбәт тә дуҫтарса һәм йылы. Һөнәри байрамда коллегаларығыҙға теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?
-Тормош бер урында тормай. Ҡануниәт тә, халыҡтың тормош кимәле лә, мәшғүллеге лә үҙгәрә. Бары тик район прокуратураһы хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге генә үҙгәрешһеҙ ҡала – законға хеҙмәт итеү һәм үҙ һөнәри бурысты лайыҡлы, намыҫ менән үтәү.
Прокуратура законлылыҡтың һәм йәмғиәттә хоҡуҡ тәртибен нығытыуҙың гаранты булып тора. Граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙың һөҙөмтәлелеге беҙҙең һөнәри оҫталыҡҡа, тулы хоҡуҡлы булыуға (компетентлыҡ) һәм эшебеҙгә бирелгәнлеккә бәйле. Ғафури районы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәренең бөгөнгө быуыны исеменән прокуратура ветерандарына рәхмәт әйтәм һәм тәрән ихтирам белдерәм, ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ рух ныҡлығы теләйем. Район прокуратураһы коллективына һәм коллегаларға юғары һөнәри оҫталыҡ һәм хеҙмәт бурыстарының әһәмиәтен төшөрмәүҙәрен, кешеләр мәнфәғәте хаҡына намыҫлы хеҙмәт итеүҙәрен теләйем.
Барығыҙҙы ла һөнәри байрамыбыҙ - Рәсәй Федерацияһы Прокуратура хеҙмәткәре көнө менән! Еңел булмаған, әммә маҡтаулы эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм шатлыҡтар Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға! Ватанға һәм Законға хеҙмәттә уңыштар!
-Рөстәм Ринат улы, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һөнәри байрамығыҙ көнөндә беҙҙең ҡотлауҙарҙы ла ҡабул итегеҙ!
Индира ИШКИНА әңгәмәләште.
Читайте нас: