+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Ғинуар 2020, 12:10

Шәхестәрен онотмаған халыҡ - үҙе бөйөк

27 декабрҙә “Красноусол” шифаханаһының Ял үҙәгендә “Башҡортостандың 100 йыллығына - Ғафури районының 100 арҙаҡлы шәхесе” конференцияһы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан “100 йыллыҡҡа – 100 шәхес” проектына йомғаҡ яһалды.

Ғафури ере талантлы шәхестәргә бай төбәк. Был үҙенсәлекле тарихи сара бик күп ҡунаҡтарҙы – яҡташтарыбыҙ, районыбыҙҙан сыҡҡан, республикала фән, мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә билдәле шәхестәрҙе, шулай уҡ райондың төрлө тармағы хеҙмәт коллективтарынан – барлығы йөҙләгән вәкилде үҙенә йыйҙы.
Кисә башланырҙан алда ҡунаҡтар М.Ғафури, Ж.Кейекбаев музейҙары, үҙәк район китапханаһы, Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре ойошторған күсмә күргәҙмәләрҙе ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Сарала бар иғтибар районыбыҙҙа был проектты тормошҡа ашырып, һайлап алынған, Башҡортостандың 100 йыллыҡ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған, төбәк үҫешенә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәрҙе барлауға йүнәлтелде. Улар араһында ил, республика һәм район кимәлендә бар ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлаған хеҙмәт батырҙары, үҙенсәлекле һәләткә, һөнәри ҡаҙанышҡа эйә данлыҡлы шәхестәр бар.
Районыбыҙҙың 100 шәхесе исемлегенә СССР, Рәсәй Геройҙары, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Октябрь Революцияһы, Ҡыҙыл Йондоҙ, “Дан”, Ватан һуғышы, “Почет Билдәһе”, Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев, “Герой әсә” ордендары кавалерҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, биш йыллыҡ ударниктары, КПСС съездары делегаттары, дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, академиктар, профессорҙар, фән докторҙары, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау отличниктары һәм төрлө өлкәлә атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр, абруйлы премиялар лауреаттары, халыҡ артистары, рәссамдары, Олимпиада призеры, РФ-ның атҡаҙанған спорт мастеры, паралимпия спортсылары - СССР чемпиондары ингән. Әлбиттә, араларында мәрхүм булғандары ла бар.
Сараны алып барыусылар Гөлназ Мирхәйҙәрова менән Замир Тайсин “Ғафури районының 100 шәхесе” исемлегенә индерелгән һәр бер кешенең исем-шәрифен, дәрәжәһен, ҡаҙаныштарын барланы. Бер үк ваҡытта сәхнәләге экранда яҡташтарыбыҙҙың фотоһүрәттәре сағылыш тапты. Конференцияла ҡатнашыусылар был шәхестәрҙе алҡышлап, хуплауҙарын белдерҙе.
Конференция барышында сығыштар бик күп булды. Тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа бирелеп, ул ҡыҫҡаса райондың социаль-иҡтисади хәленә, 2019 йылда башҡарылған эштәргә байҡау яһаны. Фәнзил Фәйез улы райондағы социаль әһәмиәтле объекттарҙың, ойошма-предприятиеларҙың матди-техник базаһы яңыртылыуы, төҙөкләндереү эштәренең әүҙем алып барылыуы, күптәнге мәсьәләләрҙең уңышлы хәл ителеүе хаҡында бик күп миҫалдар килтереп һөйләне.
Ф.Ф.Сыңғыҙов Р.Ғ.Сәйфуллин, Ә.М.Нуриев, Р.Р.Килмөхәмәтованы "Башҡортостандың 100 йыллығы" юбилей миҙалдары менән бүләкләне. Пленар өлөштә төп доклад менән тарихсы, педагогик хеҙмәт ветераны Руфина Сухорукова сығыш яһаны. Руфина Николаевна фәһемле сығышы аша ижтимағи-сәйәси форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың һәм Ғафури районының 100 йыллыҡ тарихи үткәненә һәм бөгөнгөһөнә “сәйәхәткә” алып сыҡты.
Ғафури районы – тарихи Табын ере – тамырҙары менән сал быуаттарға тоташҡан бай һәм күп яҡлы тарихлы төбәк ул. Беҙҙең ғорурлығыбыҙ мәшһүр данлыҡлы яҡташыбыҙ – башҡорт һәм татар әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафури Еҙем-Ҡаранда тыуып үҫкән. Әлеге көндә лә ауылда уға лайыҡлы йәш быуын үҫә. Еҙем-Ҡаран урта мәктәбе уҡыусыһы Алһыу Ҡоломбәтова М.Ғафуриҙың тормош-ижадына байҡау яһаны.
Республикабыҙ кимәлендә бик күп шәхестәр үҫтергән Сәйетбаба ауыл биләмәһендә иң арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе – Жәлил Кейекбаев тыуып үҫкән. Киләсәктә лә был төбәктән бик күп шәхестәр сығыр һәм шуларҙың береһе Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбе уҡыусыһы Диләфрүз Латипова булыр тип, уға һүҙ бирелде. Уның сығышы ауылдашы, йыл да районда йәш ижадсылар араһында “Өмөтлө ҡәләм” конкурсы ойоштороп, үҙ артынан ижадҡа, шиғриәткә әйҙәгән шағирә, яҙыусы Гөлнур Яҡупова хаҡында булды.
Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Юрматы башҡорттары ойошмаһы етәксеһе – Үтәк ауылынан Рәүилә Арыҫланова, “Табын ырыуы” башҡорттары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙиндың сығыштары ла һәр кем өсөн фәһемле булды.
Конференцияны йомғаҡлап, уның резолюцияһы менән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова таныштырҙы. Гүзәл Зөфәр ҡыҙы шулай уҡ “Ғафури районының 100 шәхесе” проекты 2020 йылда ла дауам итәсәген белдерҙе. Сара ҡунағы – районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, яҙыусы, “Табын ырыуҙары берләшмәһе” йәмәғәт берекмәһе идараһы рәйесе Ниязбай Сәлимов үҙенсәлекле матур проект исемлегенә ингән шәхестәр исеменән район хакимиәтенә, проектты тормошҡа ашырыусыларға рәхмәтен белдерҙе һәм резолюцияға үҙенең өҫтәлмәләрен индерҙе.
Н.Сәлимов менән бер рәттән форумда ҡатнашыусы ҡунаҡтар араһында ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ – академик, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғ.С.Ҡунафин, яҙыусы, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ә.М.Әминев, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры Х.Н.Әбүзәров, тарих фәндәре докторы Л.Ш.Сөләймәнова, шағир, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты С.Н.Әбүзәров, БР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы М.С.Иҙрисов, РФ-тың атҡаҙанған табибы В.Ғ.Ғафаров, шағир, йәмәғәт эшмәкәре К.Б.Сәлимов һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәрҙе күрергә мөмкин ине.
Районыбыҙ тарихы хаҡында барлыҡ арҙаҡлы шәхестәрен туплап энциклопедик китап баҫтырып сығарырға ҡарар ителде.
Кисә Ғафури Гимны менән тамамланды. Ысынлап та, беҙҙең тыуған төбәгебеҙҙең үткәне, бөгөнгөһө, йәш быуынға өлгө булған даланлы, данлы ул-ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында тарих яҙып ҡалдырырға хаҡыбыҙ бар. Үткәндәрҙе белмәй тороп, киләсәкте күҙаллап булмай...
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: