+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Ғинуар 2020, 14:00

Бөйөк Еңеү хаҡы

1941 йылдың йәмле июнь таңында СССР-ға көтмәгәндә һөжүм иткән фашистик Германия илебеҙҙең тыныс тормошон емереп, совет халҡына оло ҡайғы-хәсрәт килтерҙе. Фронт һәм тылдың тиңдәшһеҙ батырлығы, ҡаһарманлығы, фиҙаҡәр хеҙмәте менән 1418 тәүлеккә һуҙылған ҡот осҡос афәт 1945 йылдың ма-йында Еңеү менән туҡтатылды. Миллионлаған ҡорбандар, емерек ҡалалар, ауылдар, завод-фабрикалар, етем балалар – ҡанлы һәм шанлы һуғыш эҙемтәләре бына ошолар...

Аяуһыҙ һуғыш илебеҙ халҡының ҡаһарманлығына, сыҙамлығына оло һынау булды. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа Ғафури районы яугирҙәре һәм тыл эшсәндәре лә ҡыйыулыҡ, фиҙаҡәрлек күрһәтте. Илебеҙҙең яҡты киләсәге хаҡына ҡан һәм әсе тир түккән олатай-өләсәйҙәребеҙҙең оло батырлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Уларҙың иҫтәлеген коллектив поэмала мәңгеләштереү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итәбеҙ һеҙгә, хөрмәтле райондаштар. Әйҙәгеҙ, ошо проект-ты дәррәү күтәреп алып, 9 майҙа билдәләнәсәк Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына шиғри гөлләмә – үҙенсәлекле һәйкәл ҡояйыҡ!
Шартнамә
1. Йәштәрҙә һәм мәктәп уҡыусыларында ғәзиз Ватаныбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо, илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған «Бөйөк Еңеү хаҡы» акцияһында ҡәләм тирбәткән 15 йәштән өлкән һәр кем ҡатнаша ала.
2. Шиғри акция 15 ғинуарҙан 15 апрелгә тиклем дауам итә.
3. Шиғыр 5 строфанан артыҡ булырға тейеш түгел.
4. Тыуған ауылығыҙҙың, олатай-өләсәйҙәрегеҙҙең йәки ҡайһы бер яҡташ батыр яугирҙәрҙең, уңған тыл хеҙмәтсәндәренең исемдәрен дә шиғырҙа атарға мөмкин.
5. Автор тураһында мәғлүмәттә түбәндәгеләрҙе күрһәтергә кәрәк:
- исем-шәриф;
- йәшәгән урын (ауыл, ҡала);
- социаль хәлегеҙ (хаҡлы ялда, һөнәрегеҙ йәки эш урынығыҙ, нисәнсе курс студенты, ниндәй класс уҡыусыһы һ.б.);
- почта йәки электрон адресығыҙ һәм телефонығыҙ.
6. Баһалама комиссияһы – районыбыҙҙан сыҡҡан билдәле яҙыусылар, «Мағаш тауышы» әҙәби берекмәһе ағзалары һәм «Табын» гәзите хеҙмәткәрҙәре – иң шәп шиғырҙарҙы һайлап алып, район гәзитендә баҫтырып барасаҡ.
7. Иң отошло шиғри юлдар дөйөм гөлләмәгә ҡойолғас, коллектив поэма «Табын» гәзите һәм «Ағиҙел» журналы биттәрендә донъя күрәсәк.
8. «Бөйөк Еңеү хаҡы» акцияһында уңышлы ҡатнашҡан авторҙарға сертификат тапшырыласаҡ.
Ойоштороу комитеты.
Читайте нас: