“Башархив” – тарихта беренсе тапҡыр Башҡортостан халҡына 1917 йылда Өфө губернаһының 5 өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың күпселек райондары) буйынса уҙған Ауыл хужалығы халыҡ иҫәбен алыу карточкаларын (скан вариант) ҡарау мөмкинлеге биреүсе уникаль проект. 1917 йылғы Ауыл хужалығы халыҡ иҫәбен алыу архивтары Рәсәй Федерацияһының 5 төбәгендә генә һаҡланған. Ошо проектҡа ярашлы 5740 документ асыҡ ҡулланылышта буласаҡ. Уларҙан ата-бабаларҙың тарихын, көнкүрешен белергә, шәжәрә төҙөү өсөн мәғлүмәттәр табырға мөмкин. Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында һәр крәҫтиән ғаиләһенә (йорт) карточка асылып, унда иҫәп алыусылар һорауҙарына яуап биргән кешенең һүҙҙәренән мәғлүмәттәр яҙылған.
Карточкаларҙа хужалыҡтың һаны, ғаилә составы, малдарҙың һаны һәм төрө, төрлө культуралар сәселгән ер участкалары майҙандары, биләгән ер майҙаны, ҡуртымға алынған йәки бирелгән ерҙәр, ауыл хужалығы инвентары, сәнәғәт һәм сауҙа биналары һәм башҡалар иҫәпкә алынған. Проект авторҙары әйтеүенсә, кемдәрҙер туғандарына ҡағылышлы документтарҙы таба алмаһа, республиканың Милли архивында 19-сы, 18-се һәм 17-се быуаттарҙағы метрика кенәгәләре һәм ревизия мәғлүмәттәре һаҡлана. Улар буйынса һәр кем үҙ ғаиләһенең шәжәрәһен төҙөй һәм өйрәнә ала.
“Башархив” Башҡортостан халҡына тыуған төйәгенең үткәнен яҡшыраҡ белергә, быуындар сылбырын тергеҙергә мөмкинлек бирә. Артабан проектты үҫтереп крайҙы өйрәнеүселәр өсөн ҡыҙыҡлы булған башҡа тарихи документтарҙы асыҡ ҡулланылышҡа һалыу күҙаллана.