+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Ғинуар 2020, 12:00

Ватанда китаптар исем туйланы

14 декабрь - Башҡорт теле көнөндә Родина - Ватан ауылында “Сәсән тауышы” тип аталған күркәм сара үтте. Ул Фәүзиә Ҡотлогилдина - Алтынбикә сәсәниәнең быйыл донъя күргән «Тормошобоҙ булһын иманлы” һәм «Мөхәббәт бәүелсәге» китаптарының Исем туйына, Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбенең 3 йәшенә арналды.

Башҡорт иленә, башҡорт теленә сикһеҙ һөйөү менән һуғарылған илһамлы ижады хайран иткән шағирәне ҡотларға тыуған яғы Ишембай районы Иҫәкәй, шулай уҡ күрше Маҡар, Әрмет ауылдарынан, Ғафури районынан Табын, Мәндем ауылдары ағинәйҙәре, Яугилденән Лилиә сәсәниә үҙенең уҡыусылары менән, Алтынбикә сәсәниә етәкләгән “Йәншишмә” төркөмө балалары, шулай уҡ сәсәниәнең ике ҡыҙы, уның ейән-ейәнсәрҙәре ҡатнашты. Район хакимиәтенең социаль һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Эльвира Насирова, район ағинәйҙәре һәм “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе етәксеһе Рәмзиә Монасипова, Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова, ра-йон китапханаһынан Гөлфиә Заһиҙуллина ҡатнашты. Сараның матур үтеүен теләп Красноусол мәсетенән килгән Илһам хәҙрәт фатиха бирҙе. Исем туйында Ишембай районы ағинәйҙәре етәксеһе, “Ағинәйҙәр” шиғырына көй яҙып йыр итеүсе Мәрйәм апай Солтанованың булыуы, уның Ватан сәхнәһендә ағинәйҙәр менән бергәләп йырлауы оло мәртәбә ине! Байрамға райондың мосолман ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенән хажиәләр Альмира Ғөбәйҙуллина һәм Ғәлиә Рахманғолова ла килгәйне. Ватан ауылында мәғрифәтсе, яҡтылыҡ йырсыһы Аҡмулланың тыуған көнө - Башҡорт теле көнөндә үткәрелгән сара халҡыбыҙҙа әле лә Сәсәнлек ижады дауам итеүен иҫбатланы, туған телен белеп үҫкән балаларҙың сығышын ҡарап, башҡорт халҡының киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа тигән уй нығынды. Сарала ағинәйҙәр башҡарыуында Алтынбикә сәсәниәнең мөнәжәттәре, нәсихәттәре, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, “Йәншишмә” төркөмө балалары араһында әйтештәр, ҡобайырҙар яңғыраны, Яугилде ауылы балалары ла Лилиә сәсәниә яҙған әйтеш һәм ҡобайырҙарҙы әйттеләр, Аҡмулла нәсихәттәре, "Урал батыр" эпосынан өҙөктәр уҡылды.
Исем туйы үткәреүсе ике китап бик күп ҡотлау һүҙҙәре ҡабул итеп һөйөндө, шатланды! Улар менән бергә был китаптарҙы бар итеүсе Алтынбикә сәсәниә үҙе лә шатланды, шиғырҙарының халҡына хеҙмәт итеүе өсөн ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Тамаша залында күңелдәргә рухи аҙыҡ алып сыҡҡандан һуң, Ватан ағинәйҙәре әҙерләгән һыйлы табын артында фекер алышыу дауам итте. “Сәсән тауышы” күрше йәшәгән Ғафури һәм Ишембай районы халҡын берләштереп, бер ҡорға йыйҙы, Юрматы һәм Табын ырыуы араһындағы күперҙе нығытты. Алда ла ҡунаҡҡа саҡырышып, ҡатнашып йәшәйек тигән теләктәр белдерҙеләр.
Залда ябай күҙгә күренмәй генә илһам ҡанаттарын елпеп Рух ҡошо осоп йөрөнө. Китаптарҙың Исем туйын Алтынбикә сәсәниәнең ейәнсәре Илнара Иҙрисова алып барҙы.
Ф.ҒӘЛИМОВА.
Родина-Ватан ауылы.
Читайте нас: