-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Ғинуар 2020, 14:00

Абруй ҡаҙанған ағинәй

Сатлама һыуыҡ, унан килеп күҙ асҡыһыҙ буранда Туғай ауылында Хәмиә һәм Закир Исламовтарҙың ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға ауаз һалған Сәрүәрә Сираеваның бирешмәҫ, ҡатҡыл, ап-аҡ ҡарҙай саф күңелле булыуына ҡарап, кешегә тыуған миҙгеле лә тәьҫир итмәй ҡалмайҙыр, тип уйлап ҡуяһың. Бөгөнгө ҡышта үҙенең 90 йәшен ҡаршылаусы ил инәһе булғанына шөкөр итеп, доғалар уҡып, күңеле хисләнгәндә моңло йырҙар һуҙып, балалары менән бәхетле ҡартлыҡ кисереп йәшәй ул.

Үҙ тиҫтерҙәре кеүек үк, Сәрүәрә Закир ҡыҙының да бала сағы, йәшлек йылдары ауыр осорға тура килә. Ҡышын баҡсала ер аҫтынан туң бәрәңге эҙләп, йәйен йыуа, ҡуҙғалаҡ, балтырған, еләк ашап тамаҡ ялғайҙар. Тыуған ауылы йомарт Сейәле тау итәгендә урынлашыуы күңелендә матурлыҡҡа табыныу, яҡшы хыялдар йөрөтөү кеүек һәйбәт хистәр тәрбиәләгән. Ә үткән тормошона күҙ һалғанда ҡәһәрле һуғыш йылдары тураһында һөйләмәү мөмкин түгел.
Һуғыш башланғанда уға ни бары ун йәш кенә була. Хәрби заводта һәйбәт эшсе кәрәк булғанлыҡтан атаһын һуғышҡа ебәрмәгәндәр, ошонда тын юлына тимер саңы ултырып, 1947 йылда ауырып вафат була. Уҡыуға зирәк, тырыш ҡыҙҙың артабан белем алыуға теләге ҙур булһа ла, 7-се кластан һуң уҡыуын дауам итә алмай. Баҫҡан ерендә ут сәсрәтер егәрле ҡыҙ төшөнкөлөккә бирелмәй, колхоз эшенә тотона. Баш бала булғанлыҡтан, инәһенең дә төп ярҙамсыһы була. Үгеҙ егеп ер һөрөү, утын ташыу кеүек эштәрҙән дә ҡурҡып тормай ул. Һигеҙ йыл Туғай ауылындағы колхоз келәтенә мөдир ҙә булырға тура килә. Үҙенә уҡыу эләкмәгәнлектән, Барый ҡустыһын нисек тә уҡытыу өсөн шәл бәйләп һатып булһа ла уға ярҙам итергә тырыша. Алыштырғыһыҙ мәктәп директоры, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы Барый Закир улы Исламовтың ҡаҙаныштарында уның өлөшө лә ҙур булғандыр. Кесе туғанын ҡарау ҙа Сәрүәрә апай өҫтөндә була. Ғүмер буйы мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән һеңлеһе Зәйтүнә Закир ҡыҙы Сиражетдиноваға ла апаһына оҡшап, егәрлелек, аҡыллылыҡ, тырышлыҡ һыҙаттары артығы менән һалынған. Заман ауыр тип тормай, ул осорҙа халыҡ клубтарҙа спектаклдәр, концерттар ҙа даими ҡуйған. Күңелендә сәнғәткә һөйөү йөрөткән Сәрүәрә апай ҙа уның уртаһында ҡайнап йөрөгән була. Өфөнән килгән ҙур артистар уның моңло тауышын ишетеп баш ҡалаға алып китергә теләйҙәр, әммә инәһе туғандарын ҡарашһын тип, ризалыҡ бирмәй һәм ғүмер буйы ҡыҙынан ошоноң өсөн ғәфү үтенә.
Ғәрәсәтле һуғыш йылдары артта ҡалып, ергә көтөп алған Еңеү яҙы килә. 17 йәштән һуғышҡа китеп, еңеү алып ҡайтҡан Сәйетбаба ауылы егете Мансур Хәбибулла улы менән Сәрүәрә Закир ҡыҙы ғаилә ҡоралар. Береһенең оҫта итеп гармунда уйнауы, икенсеһенең моңло итеп йырлауы ла уларҙы бер-береһенә яҡынайта. Тормош иптәше мәктәптә хеҙмәт дәрестәре уҡытһа, егәрле ҡатын хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда төрлө эштәрҙә намыҫлы эшләй. Сөгөлдөр баҫыуында бил бөгә, звено етәксеһе була. Ярҙамсыл, тырыш, ғәҙел булғаны өсөн уны күп тапҡырҙар район һәм ауыл Советына депутат итеп һайлайҙар. 1972 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп тә һайлана һәм бында ла үҙенә ҡушылған бурысты намыҫ менән үтәй.
Сираевтар ғаиләһе бар яҡтан да тырыш, оҫта булып сыға, бал ҡорттары ла тоталар. Ауылда беренсе телевизор, ҡойо ла уларҙа була. Шуға ла уларҙың өйөнән кеше өҙөлмәй. Икеһе лә ярҙам һорап килгән бер кемде лә ҡыр типмәй, кеше күңелен күреп йәшәүсе, ярҙамсыл һәм туғансыл булыуҙары менән сәйетбабаларҙың хөрмәтен ҡаҙана. Сәрүәрә Закир ҡыҙы байтаҡ йылдар ҡәйнәһе менән һүҙгә килешмәй, татыу, инәле-ҡыҙлы булып йәшәп, һуңынан уны баҡыйлыҡҡа оҙата. Ғаилә башлығы, һуғышта тыуған ерен һаҡлап йәнен аямай көрәшкән яугир, оҫта ҡуллы хеҙмәткәр Мансур Хәбибулла улы хәҙер яҡты донъя-ла юҡ инде. Әммә ауылдаштары уны һәр саҡ ҙур хөрмәт менән иҫләй.
Был матур ғаилә өс ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, уларға белем биреп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам иткәндәр. Красноусолда йәшәүсе оло улдары Мәҡсүт механик һөнәрен һайлаған, ҡатыны Әлфиә менән бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, хәҙер үҙҙәре дүртәүгә олатай-өләсәй. Ағаһы кеүек автомеханик һөнәрен үҙ иткән Миңнур улдары Альмира килендәре менән һөлөктәй ике ҡыҙ үҫтергән. Бөгөн уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре бишәү. Стәрлетамаҡта йәшәүсе Шәүрә ҡыҙҙары мәктәптә фельдшер булып эшләй, тормош иптәше Вил менән ул һәм ҡыҙ үҫтереп, баһадирҙай өс ейәндәрен тәрбиәләшәләр. Красноусолда дарыуханала эшләүсе ҡыҙҙары Шәһиҙә тормош иптәше Илдар менән ул һәм ҡыҙ үҫтереп, быйыл уларҙы башлы-күҙле иткәндәр. Кесе улдары Мараттың ғына ғүмере ҡыҫҡа була. Бөгөнгө көндә Сәрүәрә апай уның улдары Айрат менән Марселгә төп таяныс һәм терәк булырға тырыша.
Үҫмер сағында тылда ауыр хеҙмәттә үҙен аямай Еңеүҙе яҡынайтышҡан, һуңынан халыҡ хужалығын күтәреү өсөн бар көсөн һалып эшләгән, матур донъя көткән Сәрүәрә Закир ҡыҙы ошо көндәрҙә Башҡортостандың 100 йыллығы миҙалы менән дә бүләкләнгән. Күпте күргән, кисергән, тырыш, ныҡышмал, күңеле менән яҡтылыҡ нуры һибеүсе ил инәһе бөгөн доғалар уҡып, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер кисерә. Хеҙмәт һөйгән, уны үҙ иңендә күтәргән аҡ күңелле ағинәй, һис шикһеҙ, данлауға лайыҡ.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: