Кәңәшмәлә һүҙ уға әҙерлек эштәре хаҡында барҙы. Гүзәл Марат ҡыҙы башланғыс этапта беҙҙең төп бурысыбыҙ булып халыҡ иҫәбен алыуҙы уҙғарыу буйынса ойошма-предприятиеларҙа, халыҡ араһында мәғлүмәти-аңлатыу эше алып барыу тора, кешеләр унан ҡурҡмаһындар, ә ыңғай ҡабул итһендәр, унда әүҙем ҡатнашһындар, тине. Был халыҡ иҫәбен алыуҙың сираттағыһы цифрлы иҫәп алыу буласағын, иҫәп алыусы ла йорттар буйынса йөрөйәсәген, шулай уҡ кешеләр үҙ аллы коммуникацион системалар (Дәүләт хеҙмәттәре сайты һ.б.) аша мәғлүмәт биреү мөмкинлеге буласағын һәм иҫәп алыуҙы үтеүе хаҡында талон алып, килгән иҫәп алыусыға тәҡдим итә алыуын аңлатып үтте.
И.ӘЛИБАЕВА.