+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Ғинуар 2020, 12:40

Иҙрис Вәлишинға – 95

Яңғыҙҡайын ауылының абруйлы, хөрмәтле аҡһаҡалдарының береһе - гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, 2006 йылғы Н.Фәрхшатов исемендәге премия лауреаты, мәғариф ветераны Иҙрис Сафа улы Вәлишин бөгөн, йәғни 17 ғинуарҙа 95 йәшлек олпат юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова Рәсәй Президенты В.В.Путиндың Ҡотлауы һәм бүләктәр менән юбилярҙың өйөнә ҡотларға килде. Был көндө ғүмер байрамы уңайынан Иҙрис Сафа улы Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе башлығы Ғаян Фәйезовтан, Яңғыҙҡайын ауылы ветерандар ойошмаһы рәйесе Флүр Ҡаһармановтан, “Табын” һәм “Звезда” район гәзиттәренән ҡотлауҙар ҡабул итеп, ҙур шатлыҡ кисерҙе. Ял көнө иһә шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, бар балалары, ҡартатайҙарын ҡотларға ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре лә ҡайтып төшөр, туған-тыумасалары йыйылыр.

И.Вәлишин Яңғыҙҡайын ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Мәктәпте бик яҡшы билдәләргә тамамлай (беҙҙе йыйнаҡлығы менән һоҡландырған Иҙрис ағайҙың бынан 80 йыл элек мәктәпте тамамлағанда бирелгән белем тураһындағы документы ошо көнгәсә ҡәҙерләп һаҡлана). Нефть институтына имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға инә. Әммә әрмегә китергә уйлап, унда бармай ҡала. Тик күҙе насар күреү сәбәпле, хеҙмәткә алынмай. Тыуған ауылында бер аҙ хисапсы-кассир булып эшләгәс, Мораҡ мәктәбенә уҡытырға ебәрелә. Һәм Стәрлетамаҡтағы Уҡытыусылар институтында уҡып сығып, бар ғүмерен балаларға теүәл фәндәрҙән (физика-математика) белем биреүгә арнай.
Иҙрис Сафа улына әүҙемлек, тынғыһыҙлыҡ хас. Ул үҙенең төп – мөғәллим эшенән тыш, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай, мәҡәләләре менән район, респуб-лика матбуғат биттәрендә сығыш яһай, юмореска оҫтаһы ла. Уның баҫмалар менән дуҫлығы мәктәп эскәмйәһенән үк башлана. “Йәш төҙөүсе” (хәҙерге “Йәншишмә”) республика гәзитендә шиғырҙары донъя күргән. Ә яҙғандары өсөн гонорарҙы ул йыйып барып, һәр ваҡыт Тыныслыҡ фондына күсереп барған. Иҙрис ағай ошо изге эше өсөн бирелгән Совет Тыныслыҡ фондының иҫтәлекле билдәһен дә ҡәҙерләп һаҡлай.
Уға бер ҙә тик тороу хас түгел. Әүҙем матбуғат дуҫы быйыл үҙенең 95 йәшенә гәзит биттәрендә донъя күргән төрлө фәһемле мәҡәләләренән торған (унда башҡортса һәм рус телендә лә мәҡәләләр ингән) “Донъя был...” тигән тәүге китабын баҫтырып сығарып, ҡулына алған.
Иҙрис Сафа улына 95 йәш биргеһеҙ әле. Төҫ ташламай, салт, зирәк зиһенле, етеҙ, әүҙем, шаянлыҡ менән ғүмер йомғағын тағата ул. 11 ейән-ейәнсәрҙең, 16 бүлә-бүләсәрҙең иң яратҡан, һөйөклө олатаһы, ҡартатаһы ла.
- 95-те йәшәгәс, 100-гә етеү нимә ул? Мин 100 йәшемде билдәләгәндә һеҙ булырһығыҙ микән? – тип тә шаярта.
Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән, үҙенең мөләйемлеге, иплелеге, уңғанлығы, бөхтәлеге менән әсир иткән Камила Закир ҡыҙы менән яҙмышын бәйләй Иҙрис ағай. Һәм бөгөн яҙмышына рәхмәтле булып ғүмер итә, йәшлектә меңдәр араһынан һайлап алған тормош юлдашы әле һаман шул матур сифаттарына тоғро. Вәлишиндар бына 68 йыл инде ауылдаштарына өлгө булып, һәр кемде һоҡландырып, бер-береһенә терәк-таяныс булып, татыулыҡта йәшәйҙәр. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Хәҙер балаларының барыһы ла үҙҙәре олатай-өләсәй. Улдарының өлкәне Әмир – Татарстанда, иң кесеһе Рәмил күрше йортта – атай нигеҙендә төпләнгән. Берҙән-бер ҡыҙҙары Ләйлә атаһы юлын дауам итеп, Яңғыҙҡайын мәктәбендә физика-математиканан уҡытҡан, әле хаҡлы ялда. Улдарының уртансыһы - тыуған нигеҙ янында ҙур, иркен йорт төҙөгән Фәнир Себер тарафтарында эшләп, хаҡлы ялға туҡтағас, тормош иптәше Минзилә менән ҡайтып, ғәзиз атай-әсәһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, бергә йәшәйҙәр. Ырыҫлы донъя-йорттарында ҡалалағыса барлыҡ уңайлы шарттар ҙа булдырылған.
Эйе, һоҡланғыс, күптәрҙе көнләштерерлек ғүмер юлы үткән Иҙрис ағай менән Камила апайҙың ҡартлығы бәхетле. Ғүмер йомғағы артабан да шулай бәхеттә-шатлыҡта, иҫәнлектә-һаулыҡта тәгәрәһен дә, тәгәрәһен әле. Юбилейығыҙ мөбәрәк булһын!
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: