+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Ғинуар 2020, 20:00

Әтием тураһында һөйләйем

1960 йылдың 18 ғинуарында ҡыштың сатлама һыуығынан ҡурҡып тормай, “Мин тыуҙым!”- тип донъяға һөрән һалып, Ҡормантау ауылында йәшәүсе Биктимеровтар ғаиләһенә бәхет өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, бишенсе бала булып донъяға килә беҙҙең әтиебеҙ Рим Мөхлис улы Биктимеров. Ысынлап та тормош ваҡлыҡтарына, ауырлыҡтарына бирешмәйсә, алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешкән, ҙур ихтирамға лайыҡлы ир уҙаманы ул.

Ир-егеттәрҙең ғүмерен, ғәҙәттә, үтелгән йылдар менән түгел, ҡылған эштәре, ил-еренә, ауылдаштарына, туғандарына иткән изгелектәренә, өлгәшкән уңыштарына ҡарап баһалайҙар.
Әтиебеҙ Рим Мөхлис улы бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә, кешеләргә изгелек эшләү, ярҙам итеүгә арнаны. 1977 йылда Бурлы урта мәктәбен тамамлағандан һуң ул Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға керә. Ләкин уҡыуын дауам итә алмай, Совет армияһы сафына алына. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, 1981 йылда техникумды тамамлай һәм ҡулына диплом алып, Бурлы урта мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Эш һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәй. Уҡыусылары районда ойошторолған спорт ярыштарында призлы урындар алып уҡытыусыларын уңыштары менән шатландырып торалар.
1984 йылда өс йыл буйына дуҫлашып йөрөгән мөхәббәте, Бурлы ауыл Советында эштәргә идара итеүсе булып эшләп йөрөүсе әниебеҙ – Фәнзилә Аскар ҡыҙы менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. 1986 йылда әтиебеҙ Ҡормантау һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә тарих һәм физкультура уҡытыусыһы итеп күсерелә. Ғаилә Ҡормантау ауылында төпләнә. Бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Әтием менән әнием тырышып үҙ көстәре, туғандары һәм ауыл халҡы ярҙамы менән ҙур йорт һалып сығалар. Техникум белеме менән генә ҡәнәғәтләнмәй әтием, 1991 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтының тарих факультетына уҡырға керә. Ә инде 1996 йылда ҡулына тарих уҡытыусыһы дипломы алғас, уның ойоштороу һәләтен, ныҡышмал, принципиаль, үҙ эшен еренә еткереп башҡарыу һәләтенә эйә булғанлығын күреп, Ҡормантау һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ул директор булып эшләгән йылдарҙа барлыҡ уңайлыҡтары булған ике ҡатлы яңы мәктәп сафҡа керә. Уҡыусылар һаны артҡас һәм уҡыу-уҡытыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылғас, мәктәп ун бер йыллыҡ белем биреү мәктәбенә әйләндерелә. Мәктәптә дуҫ, татыу, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүсе уҡытыусыларҙан торған коллектив туплана.
Әтием директор вазифаһында эшләгәндә мәктәптә музей ойош-
торола, мәктәп яны участкаһы киңәйтелә, алма, ҡарағат үҫентеләре ултыртыла, йәшелсә-емештәр үҫтерелеп, мәктәп ашханаһында уҡыусыларҙы туҡландырыу өсөн ҡулланыла башлай, шулай уҡ йәшелсә һаҡлағыс һәм теплица төҙөлә. Әтиемдең башланғысы һәм уҡытыусы ир-егеттәр көсө менән мәктәп ихатаһында һуғышта һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә обелиск төҙөлә. Уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлегендә яңы технологиялар ҡулланыла башлай, ҙур ғына уңыштарға ирешелә һәм мәктәп районда яҡшыларҙан һанала. Әтием аралашыусан, кеше менән тиҙ уртаҡ тел таба, һәр эште еренә еткереп эшләй, изгелекле, ярҙамсыл кеше. Уның ошо сифаттарын күреп, ауыл халҡы уны район һәм ауыл Советына бер нисә саҡырылышта депутат итеп һайлай. Ул депутат булып һайланғас, үҙ округындағы юлдарҙы төҙөкләндереү өҫтөндә эшләй, бағаналарға яҡтыртҡыстар ҡуйҙырта һәм һанап бөткөһөҙ күп эштәр башҡарыла.
Әтием хәстәрлекле, өлгөлө ғаилә башлығы, яҡшы әти, яратҡан ҡарт әти ҙә. Әни менән 35 йыл ғүмер итеп ике ҡыҙ, бер ул үҫтерҙеләр. Беҙ хәҙер үҙебеҙ әти-әни инде. Беҙгә өсөбөҙгә лә юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Әлеге ваҡытта беҙ ғаиләм менән Красноусол ауылында йәшәйбеҙ. Әтием һәм әнием һөнәрен дауам итеп 1-се мәктәптә уҡытыусы булып эшләп йөрөйөм. Радмир туғаным ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Вахта ысулы менән Себерҙә эшләй, нефтсе. Һеңлем Лилиә лә ғаиләһе менән шулай уҡ Стәрлетамаҡта йәшәй. Ике ул үҫтерә, декрет ялында. Әтием менән әнием 5 ейәнгә, бер ейәнсәргә яратҡан ҡартатай һәм нәнәй. Әтием Рим Мөхлис улы бөгөнгө көндә лә яратҡан эшен ташламай. Ул Бурлы урта мәктәбенең филиалдар буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.
Бына шулай тормош юлы бик матур, кешеләргә, уҡыусыларға ҡылған изгелектәре һанап бөткөһөҙ әтиебеҙҙең. Ул – хеҙмәт ветераны. Өлгөлө эше өсөн бирелгән Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары бихисап уның. Тик ҙур бәхете – уның ғаиләһе, туғандары, тыуған ауылы. Ул әле лә тыуған ауылы, халҡы, мәктәбе өсөн борсолоп йәшәй.
Рузилә СУФИЯНОВА.
Красноусол ауылы.
Читайте нас: