+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Ғинуар 2020, 12:00

Ауылдарҙа байрам ойошторҙоҡ

Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Шәйәхмәтова һәм урындағы мәҙәниәт йортоноң берҙәм коллективы яңы йылдың тәүге көндәрендә Ҡыҙыл-Яр, Абдулла, Яҡтыкүл ауылдарына юлланды.

Ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткереп сәләмләү, йыр-бейеүҙәр, яңы йылда эшләнәсәк эштәргә байҡау яһау ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарға иғтибар кәрәклеген тағы ла бер ҡат иҫбатланы кеүек.
Киске һыуыҡтан зәңгәрләнеп йымылдаған ҡар бөртөктәре менән бергә ауыл өҫтөнә моңло йыр ағыла, йырҙы шаян бейеү алыштыра. Шул ике арала йыйылып өлгөргән халыҡ күмәк бейеүгә төшә. Ирекһеҙҙән, күмәк уйындар, дәртле бейеүҙәр, бәләкәй ауылдарҙа нығыраҡ һаҡланған шул, тип уйлап ҡуяһың.
Ошондай уҡ матур прог-рамма Яңы Ерек (Канаш) ауылында Раштыуа байрамында ҡабатланды. Канаштар инде беҙ килеүгә ысын байрамса әҙерләнеп торғандар. Аллы-гөллө аҫалы балаҫтар, ҡарҙан яһалған әкиәт персонаждарының һындарына күҙҙәр ҡамаша. Милли ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлдәрҙә самауыр борхоп ҡайнап ултыра. Бәләкәй генә ауылда был тиклем халыҡ йыйылғанына һөйөнөп, байрам сараһын башлап та ебәрҙек. Һүҙҙе ауыл хакимиәте башлығы Миңнира Сәғит ҡыҙы Рәхмәт хаттары тапшырыуҙан башланы. Ауыл биләмәһенең йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн ауыл старостаһы Алексей Яковлевич Ивановҡа, ауыл Советы депутаты Светлана Семеновна Васильеваға, уҡытыусы-ветеран Татьяна Ивановна Александроваға рәхмәт хаттары тапшырылды.
Был ауылда ла күмәк халыҡ ҡатнашҡан йыр-бейеүҙәрҙән ауыл өҫтө яңғырап торҙо. Үҙ шөғөлдәрен табып, матур, мул тормошта йәшәй белгән ауылдарыбыҙ булыу – ҙур ҡыуаныс!
Рәүилә КИЛМӨХӘМӘТОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Читайте нас: