+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Ғинуар 2020, 11:00

Ҡормантауҙа ҡышҡы әкиәт

Ҡормантау ауылы халҡы 30 декабрҙә киске сәғәт 7 һуҡҡанын түҙемһеҙлек менән көтөп алды һәм йәше-ҡарты дәррәү мәктәп бинаһында урынлашҡан клубҡа ашыҡты. Тамаша башланғанда зал шығырым тулы ине инде.

Клуб мөдире Гөлфиә Ғиззәтуллина байрамды башлап, бар халыҡты Яңы йыл менән ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе һәм һүҙҙе ауыл ағинәйҙәрен етәкләүсе Тәнзилә Кәримоваға тапшырҙы. Уның барлыҡ теләктәре ауыл халҡы күңеленә май булып яғылды. Әйткәндәй, Тәнзилә Миндулла ҡыҙы ауылда һирәк булһа ла ойошторолған барлыҡ мәҙәни, дини, ижтимағи сараларҙың уртаһында ҡайнай. Әлеге Яңы йыл кисәһенең дә төп ойоштороусыларының береһе, “Аҡ ҡалфаҡ” фольклор ансамбленең барлыҡҡа килеүе лә уның эш һөҙөмтәһе булып тора. Һоро тормошобоҙға йән өрөргә, биҙәргә тырышып йөрөгән өсөн Тәнзиләгә ҙур рәхмәт, бынан һуң да күңел йылылығы, ҙур уңыштар һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Бына матур тамаша башланды: залда гармун моңдары таралды. Миңнияр Кәримов, Рәмил Яппаров һәм Ғәли Хәлилов танһыҡ халыҡ, дәртле бейеү көйҙәрен башҡарып, бар халыҡты ауыл көйлө һәм гармунлы йәшлек йылдарына алып ҡайтты, барыбыҙ ҙа уларҙы йотлоғоп, тын алырға ла ҡурҡып тыңланыҡ.
Сәхнә түрендә – “Аҡ ҡалфаҡ” йыр ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары: Рәмзилә Фәйзуллина, Минзилә Долина, Рәйсә Хәлилова, Таңһылыу Рәхмәтуллина, Гөлфиә Ғиззәтуллина, Зимфира Яппарова. Улар тамаша барышында бер нисә тапҡыр сәхнәгә сығып, һағышлы, йә дәртле-шаян ауыл көйҙәрен башҡарҙылар, халыҡтың ысын һоҡланыуын, һөйөүен яуланылар.
Ниндәй Яңы йыл Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуһыҙ булһын инде?! Бына шаулап-гөрләп, күстәнәстәр таратып үҙҙәре килеп керҙе: Ризуан Суфиянов – олпат кәүҙәле, йор һүҙле һәм шаян Ҡыш бабай, Ләйсән Долина – тап әкиәттән килеп кергән һылыу, сибәр, ыҫпай Ҡарһылыу. Ләйсәндең күп яҡлы талантына һоҡланып ултырҙым: әле иҫ киткес моңло итеп йыр башҡара, әле уйындар ойоштора, әле “Шалҡан” әкиәтенең заманса вариантының режиссеры булып тора...
Сәхнә түрендә бер-бер артлы ауылдың йәш таланттары сығыш яһаны: Нәркәс Әфләтуллина, Эльнара һәм Индира Ғиззәтуллиналар өҙә баҫып бейене, Илнур Халиҡов, Ғәлиә Ғиззәтуллина, Илүзә Мөхәмәтдинова, Минзилә Исламғолова, Зимфира Яппарова һәм Рәмзилә Фәйзуллина апайҙар моңло йырҙары менән һоҡландырҙылар. Ә Ғәли Хәлилов гармунға ҡушылып бөтөн залды йырлатты ла, илатты ла.
Тамаша барышында Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Азат Хәйретдиновтың ҡотлап, изге теләктәр еткереүе мәртәбә өҫтәне. Бурлы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Эльвира Абдрахманова һәм Раушания Мифтахова тамашасыларҙы уйнатҡанда көлә-көлә илап бөттөк, рәхәтләнеп күңел астыҡ.
Ҡыҫҡаһы, Яңы йыл байрамы иҫ киткес күңелле һәм матур килеп сыҡты, күңелдәр күтәрелеп, киләсәктең дә яҡшы һәм яҡты буласағына өмөттәр артты. “Рәхмәт һеҙгә, барлыҡ ойоштороусылар, үҙешмәкәр талантлы ауылдаштар,” - тип таралғандыр барлыҡ халыҡ – быға иманым камил. Ә мин тағын да өҫтәр инем: “Беҙҙең халыҡ дәртле ул, моңло ул, аһәңле ул, хисле ул!”
Финзира ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
уҡытыусы-ветеран.
Ҡормантау ауылы.
Читайте нас: