+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Ғинуар 2020, 19:00

Мөғәллимдәр сыҡты бәйгегә

Бөгөн, йәғни 21 ғинуарҙа районда "Йыл уҡытыусыһы-2020" һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе башланды. 28-се тапҡыр уҙғарылған конкурс Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында тантаналы шарттарҙа асылды. 4 көн дауам итәсәк конкурс бәйгеселәрен район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова рәйеслегендә (урынбаҫары - район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов) район мәғариф бүлеге методистарынан торған жюри баһалаясаҡ.

Конкурста районыбыҙ мәктәптәренең башланғыс кластар уҡытыусылары: Р.Р.Лукина (Буруновка мәктәбе), С.Н.Кулагина (Аҡкүл), Е.В.Матвеева (Красноусолдағы 3-сө мәктәп), Т.П.Теплова (Табын), рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары: А.А.Ғәзизова (КБГИ), И.Т.Рафиҡова (Үзбәк), сит телдәр уҡытыусылары: Р.Р.Ишмөхәмәтова (Бурлы), А.Х.Сөләймәнов (Красноусолдағы 1-се мәктәп), химия уҡытыусылары: Э.С.Ғәзизова (КБГИ), Э.Ф.Ломовцева (Ҡарағай), йәш уҡытыусылар: А.И.Йомағолова (Табын мәктәбе, биология), А.А.Садиҡова (КБГИ, рус теле һәм әҙәбиәте), Сәйетбаба мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З.Х.Иҙрисова һынау тотасаҡ.
Читайте нас: