+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Ғинуар 2020, 18:00

Дөрөҫлөккә, әҙәплелеккә әйҙәй әҙип

Яугилде ауылында әленән-әле төрлө саралар, кисәләр уҙғарылып тора. 11 ғинуарҙа Яугилде мәктәбендә йәнә матур кисә – ошо ауылда тыуып үҫкән билдәле шәхес – РФ һәм БР Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, шағир, хеҙмәт ветераны Кәрим Булатбай улы Сәлимовтың (Кәрим Булат) балалар өсөн донъя күргән “Ҡоштар мине ярата” исемле шиғырҙар, йомаҡтар китабының исем туйы уҙҙы. Был көн икеләтә иҫтәлекле булды, тип әйтергә кәрәк, сөнки тап ошо көндә шағир тыуған көнөн – 71 йәшен дә билдәләне.

Белем усағында уҙған сарала әҙиптең ауылдаштары, яҡындары, мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Фойела яҙыусының китаптарынан күргәҙмә ойошторолған. Кисәне алып барыусы клуб мөдире Лилиә Миниязова байрам сәбәпсеһе Кәрим Сәлимовты түргә саҡырҙы. Фәһемле сара ауылдың гимнына әүерелгән Кәрим Булат һүҙҙәренә яҙылған (Рәмил Ғимрани көйө) “Яугилдем” йыры менән башланды.
Оло шәхес, хисле шағир, тиеп,
Теләйем мин һеҙҙе ҡотларға...
“Йәйғорло юл” – һеҙҙең ғүмер юлы,
Хисле ижад менән данланды...
Тыуған яҡтың сағыу йондоҙо ла,
Шиғриәттә тынмаҫ юлсы ла...
“Миләшле ер” – Яугилдене маҡтап
Дөрләт әле ижад ялҡынын.
Һикһән йәште ваҡлап атлағанда
“Көҙгө нурҙар” сағыу балҡыһын.
Мәҙхиәләр яҙыр килер быуын,
Үҙегеҙгә һәйкәл һәр шиғыр.
Хәтерҙәрҙә ҡалыр баш хәрефле
Кәрим Булат, Яугилде, Шағир.
Алып барыусы ошо шиғыр юлдарын китап авторына бағышлап, артабан Кәрим Булатбай улының тормош юлына һәм ижадына байҡау яһаны. Ә әҙип хаҡындағы видеояҙмалар кисәнең йөкмәткеһенә үҙенсәлеклек өҫтәп, тағы ла байытты.
Тап 11 ғинуарҙа Яугилде ауылында Нәфисә һәм Булатбай Сәлимовтарҙың ғаиләһендә тәүге бала булып Кәрим донъяға килә. 1956-1964 йылдарҙа Яугилде, Бурлы мәктәптәрендә белем ала, артабан Стәрлетамаҡтағы һөнәрселек училищеһында аппаратсы һөнәрен үҙләштерә. Һуңынан БДУ-ның журналистика факультетын тамамлай. Оҙаҡ йылдар заводта эшләүенә ҡарамаҫтан, ғүмере буйы шиғриәткә һөйөү һаҡлай. 1990 йылдан, шағир үҙе әйтмешләй, шиғриәткә “башкөллө сума”. 1996 йылда тәүге “Миләшле ер” исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға.
Кәрим Булат ижадында балаларға арналған шиғырҙар ҙур урын алып тора. Балалар өсөн яҙылған шиғырҙары ихласлығы, ҡыҙыҡлы сюжетҡа ҡоролоуы, балалар донъяһын белеүе, үҙенсәлекле тәрбиәүи алымдары менән арбай. “Йәйғорло юл”, башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан “Мин тағараҡ яһаным” исемле шиғырҙар йыйынтығы һәм былтыр сентябрҙә баҫылып сыҡҡан “Ҡоштар мине ярата” китаптары быға асыҡ миҫал. Уҡыусы китапта шағирҙың мауыҡтырғыс кескәйҙәр донъяһын сағылдырған үҙенсәлекле телен, бала күңеленең йылылығын, аҡылының тапҡырлығын, тәбиғәт миҙгелдәренең һулышын тойомлай ала. Китапҡа ингән шиғырҙары аша автор ҡышын ҡош- кейектәргә нисек ауыр булыуын һәм уларға ярҙам итергә, һаҡсыл мөнәсәбәт күрһәтергә кәрәклеген аңлатырға теләй, тыуған тәбиғәткә һөйөү тойғоһо тәрбиәләй. Күп кенә шиғырҙары әсәй-өләсәйҙәргә һөйөү, ихтирам, уларға ярҙам итеү теләге менән һуғарылған, шиғырҙары менән малайҙарҙы эшсән булып үҫергә саҡыра, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ булыуын аңлатырға ынтыла, ҡайһы бер һөнәрҙәрҙең серҙәренә лә өйрәтә.
Кәрим Булат балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә берҙәй илһамланып яҙа, байтаҡ шиғырҙары композиторҙар тарафынан көйгә һалынған. Балалар өсөн яҙылған бер шәлкем шиғырҙары “Әлифба”, “Туған тел”, кластан тыш уҡыу дәреслектәрендә, 2014 йылда нәшер ителгән “Башҡорт шиғриәте антологияһы”нда урын алған.
Шиғриәт кисәһе К.Булаттың шиғырҙарынан өҙөктәр менән үрелеп барҙы. Сарала ҡатнашҡан балалар менән яңы китаптағы шиғри йомаҡтар ҙа систеләр. Яҙыусы ла ҡунаҡҡа буш ҡул менән килмәгән, барыһына ла автографы менән яңы донъя күргән шиғри йыйынтығын, мәктәп китапханаһына ла китаптар бүләк итте.
Кисә ҡунағы - Кәрим Булаттың дуҫы, районыбыҙ эшҡыуары Хәннән Ишмырҙин бүләктәр тапшырып:
- Бөгөн районыбыҙҙа ғына түгел, респуб-ликала күренекле, данлыҡлы шәхестәрҙең береһе Кәрим Булаттың китап байрамында ҡатнашабыҙ. Ул балалар донъяһы тураһында ғына яҙмай, ә киң диапазонлы шағир-прозаик, йәмәғәт эшмәкәре. Ябай ауыл егете ҙур эштәр башҡара. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында милли хәрәкәттең үҙәгендә торған кеше. Берлектә ниндәй генә йәмәғәт эштәрен башҡарһаҡ та Кәрим Булат башлап йөрөүсе, төп таянысыбыҙ булып торҙо. Былтыр уны Стәрлетамаҡ ҡалаһында Аҡһаҡалдар ҡоро етәксеһе итеп һайлап ҡуйыуыбыҙ ҙа бушҡа түгел. Ижади эштәрегеҙ алға барһын, ижад ҡомарығыҙ һүрелмәһен, артып ҡына торһон, - тине.
Артабан бер туған ҡустыһы Ниязбай Сәлимовҡа һүҙ бирелеп, ул, асылда, кескәй балаларға тәғәйенләнгән был сараның тәрбиәүи әһәмиәте бик ҙур, тине. Уҡыусыларҙы, йәш быуынды иманлы, инсафлы итеп тәрбиәләп, белемле, халҡыбыҙҙың, милләтебеҙҙең таянысы булһындар тигән ниәттән сығып эш итеү – беҙ, өлкәндәрҙең, бөтөн яҙыусылар, ата-әсәләрҙең төп маҡсаты, тип тә өҫтәне.
Республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылы Ғафури районында иң беренсе булып тап Яугилде ауылында яңы китап байрамынан башланып китеүе ҙур мәртәбәгә эйә. Артабан да туған телебеҙ өсөн янып-көйөп йәшәйек, - тине Ниязбай Булатбай улы. – Әлбиттә, үҙеңдең ағайың, уның шиғриәте тураһында нимәлер әйтеү ҡыйыныраҡ, сөнки ғәҙел баһа биреү туған кешегә килешеп тә етмәгән кеүек. Ҙур дәрәжәгә ирешкән шағирҙар әйтеүенсә, балалар өсөн яҙыу өлкәндәр өсөн яҙыуға ҡарағанда икеләтә-өсләтә ауырыраҡ, сөнки кескәйҙәрҙең психологияһын, холоҡ-фиғелен, уй-ниәттәрен, ынтылыштарын белергә, улар булып йәшәргә, ғөмүмән, донъяға улар күҙлегенән ҡарарға кәрәк. Ошондай оҫталыҡ булмай тороп, әлбиттә, яҙып булмай. Башҡорт балалар әҙәбиәтендә шундай шағирҙар бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына һәм шуларҙың береһе – Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе ағайым Кәрим Булат.
Шиғриәт байрамында ҡатнашыусы әҙиптең ауылдаштары: район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовтың Кәрим Сәлимовҡа Ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе, район Советы белгесе Самат Ғәлиуллин, Аҡкүл ауылында йәшәүсе Илгиз Сәйетғәлиев уның ижади ҡомарына һоҡланыуҙарын белдерҙеләр, изге теләктәрен әйтеп, бүләкләп үттеләр. Ауылдың иң өлкән кешеһе Миңлеямал Солтанморатова, Үзбәк ауылынан Фәрғәт Ғәлин ҡәләмдәшенә матур теләктәрен еткерҙе. Фәрзәнә менән Рәмил Мусиндар Кәрим ағайҙарына картина бүләк итте.
-Беҙҙең Яугилде ауылында Һеҙҙең кеүек шиғри күңелле, тос фекерле, оло йөрәкле, эшһөйәр, маҡсатҡа ынтылышлы ир-уҙаман тыуып үҫеүе менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Һеҙгә киләсәктә лә ҡомарлы, емешле ижад, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ, - тигән теләктәр менән тамамланды яңы китаптың исем туйы.
Сара һуңында ағалы-энеле Кәрим, Рәхим, Ниязбай Сәлимовтар Аллаһы Тәғәлә ризалығын өмөт иткән әрүахтар - атай-инәйҙәре, олатай-өләсәйҙәре, туғандары рухына бағышлап ауылдың имам-хатибы Нәғим хәҙрәт Дәүләтбаевтан Ҡөрьән аяттары уҡытты.
Ғөмүмән, сара осрашыуҙа ҡатнашыусылар күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырырлыҡ булғандыр. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа яҡташыбыҙ Кәрим Сәлимовтың киләсәктә илһамланып ижад итеүен, уҡыусыларын яңынан-яңы әҫәрҙәре менән һөйөндөрөүен, иҫән-һау, оҙон ғүмерле булыуын теләйбеҙ.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: