Беҙҙең Бельский ауыл биләмәһе халҡы ла был башланғыстарҙа теләп ҡатнаша. Беренселәрҙән булып ауылдар өсөн иң кәрәкле транспорт сараһы булған “МТЗ-82” тракторы алынды. Бөгөнгө көндә ул программаға ҡушылыу дөрөҫ булғанын иҫбатлай. Бельский ауыл хакимиәте территорияһы ҙур, биш ауылды берләштерә һәм улар араһы йыраҡ. Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн был тракторҙың әһәмиәте аңлашыла.
2019 йылда ошо программала еңеп сығып, Игенйылға мәҙәниәт йорто ремонтланды. Күтәрмәһе үҙгәртелде, тәҙрәләр, ишектәр алыштырылды, фойеға иҙән түшәлде. Мәҙәниәт бүлеге ярҙамы менән иҙән, стеналар буялды, яҡтыртыу системаһы алыштырылды, тамаша залына креслолар урынлаштырылды. Ауыл халҡына, балаларға мәҙәниәт йортона йөрөргә мөмкинлектәр тыуҙырылды. Әйтергә кәрәк, мәҙәниәт йорто, китапхана иртәнән кискә тиклем эшләп тора, төрлө саралар үткәрелә.
Көҙ көнө үткән йыйылышта халыҡ был программала тағы ла ҡатнашырға теләк белдерҙе. Был юлы инде бер нисә тәҡдим араһында ҡар таҙартыу өсөн ротор алыу хупланды һәм инициа-тив группа төҙөлдө.
Бына ошондай программала ҡатнашыу өҫтәмә мөмкинлектәр бирә. Үҙеңдең 300-350 һум аҡсаң менән әллә ни эш ҡырып булмай, ә “күмәкләгән яу ҡайтара”, - ти халыҡ. Хөкүмәт тә үҙ өлөшөн индергәс, файҙаһы ла күберәк. Әлбиттә, бағыусылар ярҙамынан башҡа был эште атҡарып сығыу мөмкин дә булмаҫ ине. “Восход-СТ” ЯСЙ-е етәксеһе Руслан Зәки улы Бакиров һәм “Күркәм дөйәғоштар” хужалығы етәкселәре Смирновтарға даими ярҙам күрһәткәндәре өсөн халыҡ та рәхмәтле.
Быйылғы "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау – 2020"-лә халыҡ, был роторҙың кәрәклеген аңлап, үҙ өлөшөн керетер, тип ышанғы килә. Юлдарҙан барыбыҙ ҙа йөрөйбөҙ, һәр кемдең транспорты бар, балалары ҡайта, китә, уҡыусылар мәктәпкә йөрөй. Әле лә юлдар һәр көн иртәнгә таҙартыла, юлһыҙ торған юҡ. Бер “МТЗ-82” тракторына биш ауыл араһын таҙартыу ауырға тура килә. Быны һәр беребеҙ аңлайбыҙ, күптәр был эштә бер һүҙһеҙ әүҙем ҡатнаша, ләкин үткән йылдарҙа ла аҡса биреүҙән баш тартыусылар булды. Дөйөм уңайлыҡтар менән барыбыҙ ҙа файҙаланабыҙ, шуны онотмайыҡ. Берҙәм булғанда, быйыл да маҡсатҡа ирешербеҙ, тип уйлайым.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Игенйылға ауылы.