+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Ғинуар 2020, 13:00

Тормоштан йәм табып йәшәйҙәр

Ҡыҙыл Дубровка ауылында йәшәүсе Дмитрий Креховты белмәгән кеше һирәктер. Ул ошо ауылда тыуып үҫә, бала сағы, мәктәп йылдары бында үтә. Ауылда заманында 72 хужалыҡ, һигеҙ йыллыҡ мәктәп булған. Мәктәп 70-се йылға тиклем эшләп, артабан ауыл балалары уҡыуҙарын Родина мәктәбендә дауам иткән.

Дмитрий Михайлович иһә 8-се клас-ты тамамлағас, ниндәй ҙә булһа һөнәр алыу өсөн Стәрлетамаҡҡа юллана һәм ҡалалағы 22-се һөнәрселек училищеһында слесарлыҡҡа уҡып сыға. Был уҡыу йортон тамамлағас, ошонда шифер етештереү заводында эшләп, тәүге хеҙмәт сынығыуы ала. Артабан һалдат сафына баҫып, ике йыл Германияла водитель булып хеҙмәтен тултыра, батарея командирын йөрөтә. Әрменән ҡайтҡас, заводта эшен дауам итә, артабан мастерҙар курсын тамамлай һәм етәкселек уның әүҙемлеген, ойоштороу һәләтен күреп, смена мастеры итеп тәғәйенләй. Бында ике тиҫтә йылға яҡын эшләгәс, “Химпромэнерго”ла, “Сода” йәмғиәтендә ҡаҙан-турбина ҡоролмаларын ремонтлау буйынса слесарь, бригадир, мастер булып лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сыға. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, әүҙемлеге менән айырылған йәмәғәтсе үҙе хеҙмәт иткән коллективта комсомол ойошмаһы секретары, комсомол комитеты бюроһы ағзаһы, профсоюз, партия ойошмалары рәйесе кеүек йәмәғәт эштәрен алып бара. Өйләнә, ҡатыны менән Сергей исемле улды тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығаралар.
Һөйөклө ҡатынын юғалтыу ҡайғыһын да кисерергә тура килә Дмитрий Михайловичҡа. Әммә тәҡдирҙән ҡасып булмай, тормош дауам итә. 2001 йылда икенсегә Ишембай ҡалаһында тыуып үҫкән, ике бала әсәһе, тол ҡатын Валентина Никифоровна менән яҙмыштарын бәйләп, бер-береһенә терәк-таяныс булып, ғүмер йомғағын тағаталар. Ул сауҙа өлкәһендә эшләгән, икеһе лә хаҡлы ялға туҡтағас, бынан һигеҙ йыл элек Стәрлетамаҡтан Ҡыҙыл Дуб-ровка ауылына ҡайтып йәшәй башлайҙар. Мәрхүм атай-әсәһе Табынға күскәнлектән, төп - атай нигеҙе юҡ, шуға ла өйҙө һатып алғандар. Уны төкәтмәләп, иркенәйтеп, әленән-әле төҙөкләндереү, матурлау эштәре менән булалар. Тик тороуҙы үҙ итмәгән, һәр эшкә маһир, оҫта ҡуллы ғаилә башлығы ҡаралтыларҙы яңырта, өр-яңынан мунса, гараж һалған, хатта ихатала заманса ҡоймалар урынына боронғоса матур итеп ситән үреп ҡуйған. Силәгенә күрә – ҡапҡасы, тигәндәй, ирле-ҡатынлы икеһе лә матурлыҡҡа, сәскәләргә ғашиҡтар, баҡса үҫтерергә яраталар. Дмитрий Михайлович - раузалар, ә Валентина Никифоровна пиондар ярата. Үҙ ҡулдары менән булдырған баҡсаны йәйҙән көҙгәсә төрлө сәскә-гөлдәр, раузаларҙың ғына ла 13 төрө биҙәй, груша, алма, слива һәм башҡа емеш ағастары мул емеш бирә.
Әүҙем йәшәү рәүеше алып барған Д.Креховты ауыл-
даштары староста итеп тә һайлағандар, был яуаплы эште бер нисә йыл башҡарған. Тыуған ауылы юлдарын тәртипкә килтереү һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр уның тырышлығы менән хәл ителгән.
Дмитрий Крехов тырыш хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау грамоталары, “Өлгөлө хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән, хеҙмәт ветераны.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: